Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһында социаль объекттар төҙөлөшө менән танышты.
Башта Андрей Геннадьевич Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп төҙөлөшөндә туҡталды, белем усағы 375 урынға иҫәпләнгән.
"Барыһы ла күҙ алдында, эштең тиҙлеге, ул нисек булырға тейеш, шуға тап килә, – тине Андрей Назаров. – Әлбиттә, тәүҙә ваҡытты юғалттыҡ, уның ҡарауы, әле төҙөлөш йылдам бара. Төп бурыстар түбәндәгеләр: июль аҙаҡтарына эстә йөҙләү эштәрен тамамлаясаҡбыҙ, ә төҙөлөш-монтаж эштәрен – 15 августа. Быларҙың барыһы ла 1 сентябргә балалар ошо мәктәпкә уҡырға барһын өсөн эшләнә".
Артабан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Сибай ҡалаһындағы 6-сы мәктәпкә килде. Уҡыу йорто иҫке. Андрей Геннадьевич балаларҙы бүтән ҡала мәктәптәренә күсерергә ҡушты һәм быйыл өр-яңы мәғариф учреждениеһы төҙөлөшө өсөн майҙан әҙерләргә әйтте - мәктәп 2024 йылдың 1 сентябренә әҙер булырға тейеш.
Андрей Назаровтың сираттағы туҡталышы – “Труд” стадионы.
"Стадион күптән реконструкция күрмәгән, заман талаптарына яуап бирмәй, – тине Андрей Геннадьевич. – Спортсылар рәхәтләнеп шөғөлләнһен өсөн бында тейешле эштәрҙе башҡарырға кәрәк".
Артабан Андрей Назаров элекке “Сибай” ҡунаҡханаһында туҡталды, әле бында реконструкция бара, киләсәктә ул эшҡыуарҙар өсөн “Киләсәк фабрикаһы” тигән инновациялы йорт буласаҡ.
"Беҙ бынамын тигән бизнес-үҙәк төҙөйбөҙ, ул Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үткән ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, – тине Андрей Назаров. – Бурыс – объект киләһе йылда уҙасаҡ ошо сараға әҙер булырға тейеш".
Шулай уҡ Андрей Назаров Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын да ҡараны.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.