Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь 2022, 16:15

Беҙҙең тауарҙар менән күршеләр ҡыҙыҡһына

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында сауҙа тәңгәлендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү республикабыҙҙың иҡтисади именлеген нығыта.

Беҙҙең тауарҙар менән күршеләр ҡыҙыҡһына
Беҙҙең тауарҙар менән күршеләр ҡыҙыҡһына

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Силәбе ҡалаһында Башҡортостан етештереүселәре менән Силәбе өлкәһе ҡулланыусылар йәмғиәте союзы системаһы етәкселәре бизнес-осрашыу ойошторҙо. Унда Башҡортостан тауарҙарын Силәбе өлкәһендә таратыу буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлекте булдырыу тураһында килешеүгә өлгәшелде.

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында сауҙа тәңгәлендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү республикабыҙҙың иҡтисади именлеген нығыта, урындағы предприятиеларҙың үҫешенә этәргес бирә, беҙҙә етештерелгән тауарҙарға ҡыҙыҡһыныу уята.

“Башҡортостан тауарҙары” проекты Силәбе ҡалаһында ете предприятие менән таныштырҙы. Уларҙың барыһы ла исем туйын үткәрҙе, күргәҙмә ойошторҙо, теләгәндәр аҙыҡ-түлектән ауыҙ итте. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең эшҡыуарҙар киләсәктә силәбеләрҙе бал, сәй, бәлзәм, ит, икмәк, һыу һәм башҡалар менән тәьмин итәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: