Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 27 июндә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы һөҙөмтәләре буйынса йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан инициатив бюджетлау алымдарын үҫтереү буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә. Төбәктә ете модель тормошҡа ашырыла: Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы, “Реаль эштәр”, “Беҙҙең ауыл”, “Башҡорт ихаталары”, “Ауыл хужалығында килем булдырған проекттар”, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары башланғыстарына нигеҙләнгән һәм муниципаль белем биреү учреждениелары базаһында университет алды селтәрҙәрен үҫтереү проекттары.
"Иң масштаблы тәжрибә – урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы. Ете йыл эсендә 3,5 мең проект ғәмәлгә индерелде. Программа билдәлелек яулауын дауам итә. Муниципалитеттарҙан даими рәүештә уның финансланыуын арттырыу буйынса мөрәжәғәттәр килә. Быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы-2022” конкурсында еңеп сыҡҡан проекттарға финанс ярҙамы 100 миллион һумға арттырылды. Башҡортостан бюджетынан субсидия күләме 500 миллион һум тәшкил итәсәк”, - тине Андрей Назаров.
2022 йылда программала ҡатнашыу өсөн 1143 заявка ҡабул ителгән, шуларҙың 1125-е һайлап алыу этабына үткән. Һәммәһе 645 еңеүсе тип танылған.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.