Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь 2022, 21:15

Эшҡыуарҙар, белмәй ҡалмағыҙ!

Был конференцияла ҡатнашыу өсөн урындар сикле.

Эшҡыуарҙар, белмәй ҡалмағыҙ!
Эшҡыуарҙар, белмәй ҡалмағыҙ!

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика йүнселдәре “Franchising Business Administration” “түңәрәк өҫтәл”енә һөйләшеүгә саҡырыла.

Сара 30 июндә Өфөлә була. Унда франчайзинг аша экспорт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшәсәктәр. "Түңәрәк өҫтәл" Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министрлығы, төбәктең Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә үткәрелә.

"Башҡортостан – Рәсәйҙең тауарҙарын экспортҡа әүҙем сығарған төбәктәрҙең береһе. Республика экспорт буйынса илдәге 25 төбәк иҫәбендә. Әлеге иҡтисади хәлдең был эшмәкәрлеккә айырым сикләүҙәр индергәнен һәм уның артабанғы үҫеше өсөн яңы инструменттар мотлаҡ икәнлеген аңлайбыҙ. Франшизаның ошондай инструмент булыуы ихтимал", - тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Сараның спикерҙары - тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов, “Topfranchise” компанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, сит илгә франшизаны экспортҡа сығарыу буйынса эксперты һәм “Франшиза менән үҫ” китабы авторы Вәсил Ғәзизуллин.

Конференцияла ҡатнашыу өсөн урындар сикле. https://forms.yandex.ru/u/62b58beb49d1e96b154fb551/ һылтанмаһы буйынса алдан теркәлергә кәрәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: