Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы йылдың биш айында Башҡортостан буйынса Росреестрға кадастр теркәлеүенә 72 меңдән ашыу ғариза килгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ғаризалар һаны 2,3 тапҡырға артҡан.
— Башҡортостанда ағымдағы йылда кадастр теркәлеүенә индерелгән күсемһеҙ милек объекттары һаны һиҙелерлек артҡан, шул уҡ ваҡытта иҫәп-хисап ғәмәлдәрен туҡтатыу ете проценттан (2021 йылдың 5 айы) 2,52 процентҡа тиклем (2022 йылдың 5 айы) кәметелгән. Был - республиканың кадастр инженерҙарының, Росреестр департаменты һәм республиканың Кадастр палатаһының әүҙем хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. Шулай уҡ һандар төбәктә күсемһеҙ милекте иҫәпкә алыу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеү сифатының яҡшырыуы тураһында һөйләй, — тине Башҡортостан буйынса Росреестр департаменты етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.
Росреестрҙа билдәләнеүенсә, кадастр теркәүенә ғаризаларҙың төп өлөшөн (70 %) власть һәм урындағы үҙидара органдары, шул иҫәптән граждандар һәм эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә, тапшыра.
— Бөгөнгә власть һәм урындағы үҙидара органдары ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, төҙөлөштөң тамамланыуы тураһында хәбәр алғанда) кадастр теркәүе буйынса документтарҙы үҙ аллы ебәрергә бурыслы. Быны электрон рәүештә электрон ҡултамға менән бер яҡлы эшләү мөмкинлеге бирелгән, был хеҙмәт менән файҙаланыусыларҙың ваҡытын һәм сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Марина Мартынова.
Фото: sztver.ru