Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Өфөнөң машиналар эшләү колледжы командаһы “Лидерлыҡ һәм команда төҙөү” идарасы командаларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса уҡыуҙар үтте.
Уҡытыу “Сенеж” идаралығының оҫтаханаһында ойошторолдо, ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының белем биреү үҙәге булып тора.
"Урта һөнәри белем биреү ойошмаларының идарасы командаларын һәм педагогик составын уҡытыу – ошо кимәлдәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың мөһим өлөшө, - тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Белем биреү өлкәһендә колледж уҡытыусыларының, етәкселәренең үҙҙәренең һөнәри оҫталығын камиллаштырыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Был республика һәм ил предприятиелары өсөн буласаҡ белгестәрҙе әҙерләү йәһәтенән уҡытыу программаһын ҡыҙыҡлыраҡ, һөҙөмтәлерәк итергә булышлыҡ ҡыла".
- “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырған беҙҙең колледж республикала берәү, - тине Өфө машиналар эшләү колледжы директоры Булат Мусин. – Коллектив эшкә ныҡлы сумған, шул уҡ ваҡытта квалификацияны күтәреүгә йүнәлтелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуҙан тыш, бындай проекттар педагогтарға белемен камиллаштырырға ярҙам итә. Был иһә артабан колледж үҫешенә лә булышлыҡ итә, республиканың буласаҡ абитуриенттары араһында абруйын арттыра.
“Профессионалитет” федераль проекты 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеше башланғыстарының береһе булды. Проекттың төп инициативалары иҫәбендә – уҡытыу-производство үҙәктәре булдырыу.
Башҡортостанда был программа ярашлы, Өфө машиналар эшләү колледжы нигеҙендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән берлектә “Машиналар эшләү” тармағы буйынса тәүге уҡытыу–етештереү кластеры булдырыла.
Проекттың дөйөм бюджеты 244 миллион һум тәшкил итә. Бында федераль, төбәк финанслауы һәм предприятие аҡсалары инә. Предприятие менән маҡсатлы килешеү буйынса уҡыған студенттарға Өфө моторҙар эшләү берекмәһе тарафынан өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.