Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь 2022, 14:30

Туймазы фермеры йылына 800 тонна йәшелсә етештерә

Ситтән килтерелгәнгә түгел, үҙебеҙҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк бирәйек.

Туймазы фермеры йылына 800 тонна йәшелсә етештерә
Туймазы фермеры йылына 800 тонна йәшелсә етештерә

Илнур Солтанғолов 12 йыл дауамында фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Төп йүнәлеше – йәшелсә үҫтереү. Айырыуса ул кәбеҫтәгә өҫтөнлөк бирә.

- Былтыр 12 гектар майҙанда иртә һәм һуң өлгөргән кәбеҫтә ултырттыҡ. Иртә өлгөргәнен баҫыуҙан уҡ һатып ебәрҙек. Һуң өлгөргәнен келәткә һалдыҡ һәм яҙын һаттыҡ. Быйыл да кәбеҫтә майҙанын кәметмәнек, - ти Илнур Солтанғолов.

Кәбеҫтәнең үҫентеһен пластик кассеталарға ултырталар. Тәүҙә улар теплицала, айырым бер температура һәм дымлылыҡты һаҡлап үҫтерелә, һуңынан ғына асыҡ һауаға күсерелә.

Хужалыҡта бының өсөн махсус машина бар. Техника менән фермер үҙе идара итә, биш кеше уға ярҙам итә.

- Кәбеҫтә - дым яратҡан йәшелсә, шуға ямғырҙар беҙгә бик отошло булды. Иртә ултыртҡан кәбеҫтә күтәрелеп китте инде, ә бына һуңғы партия менән тотҡарлыҡтар килеп тыуҙы. Ике аҙна һауа торошоноң тотороҡланғанын көттөк, - ти фермер.

Хужалыҡтың 87 гектар майҙаны бар, тик уны бер ыңғай кәбеҫтәгә тотоноу үҙен аҡламай икән. Был йәшелсәнән ер биш йыл ял итергә тейеш. Шуға хужалыҡ етәксеһе иген культуралары сәсә.

Илнур Солтанов һөнәре буйынса – шофер. Бынан 12 йыл элек ҡуртымға ер алып, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә башлай һәм йылдан-йыл мул уңыш йыйыуға өлгәшә.

Фото: Лилия Калантарян.

Сығанаҡ "Туймазинский вестник" гәзите.

Туймазы фермеры йылына 800 тонна йәшелсә етештерә
Туймазы фермеры йылына 800 тонна йәшелсә етештерә
Туймазы фермеры йылына 800 тонна йәшелсә етештерә
Туймазы фермеры йылына 800 тонна йәшелсә етештерә
Туймазы фермеры йылына 800 тонна йәшелсә етештерә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в