24-25 июндә Силәбегә эш сәфәре менән “Башҡортостан продукты” проекты дипломанттары делегацияһы килде. Республика етештереүселәре Силәбе өлкәһе ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы системаһы ойошмалары етәкселәрен тәүге тапҡыр сифатлы экологик аҙыҡ-түлек менән таныштырҙы, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегендә булды һәм Гагарин исемендәге Үҙәк сауҙа-сервис комплексында Силәбе ҡала һабантуйы барышындағы йәрминкәлә ҡатнашты.
Эшлекле сәфәрҙе ойоштороусы булып Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге һәм “Башҡортостан продукты” проекты сығыш яһаны.
Делегация составына ете предприятие инде: шәхси эшҡыуар Хәзиева В.В., “Беҙҙең ферма” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Башҡортостан үләндәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Башҡорт колбасалары” ит комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Кызырбак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Пышка” компаниялар төркөмө, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты” акционерҙар йәмғиәте. Республика етештереүселәре Силәбе өлкәһенә бал һәм умартасылыҡ продукцияһы, сәй продукцияһы, сироптар, бальзамдар, колбаса изделиелары һәм ит деликатестары, ярымфабрикаттар, икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары, һыу һәм алкоголһеҙ эсемлектәр оҙатырға әҙер.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов билдәләүенсә, төбәктәрҙә кооперацияны уңышлы үҫтереү өсөн бөтәһе лә бар.
“Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары һәм продукцияһы Көньяҡ Урал баҙарында аҙ тәҡдим ителгән. Бизнес-турҙа ҡатнашыусылар менән бергә беҙ бүлеү үҙәгенең һәм аныҡ логистиканың булмауын асыҡланыҡ. Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса, “Башҡортостан продукты” проекты дипломанттары был мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү мөмкинлеген өйрәнәсәк. Бынан тыш, бер етештереүсе Силәбелә үҙ компанияһының вәкиллеген асырға ниәтләүен белдерҙе. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ уға эшсе кадрҙар һайлауҙа ярҙам күрһәтә башланы”, – тине ул.
“Эшлекле визит һөҙөмтәле үтте. Алынған һөҙөмтәләр ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ. Сифатлы республика продукцияһы Силәбе өлкәһе һатып алыусыларынан лайыҡлы баһа аласаҡ”, – тине “Башҡортостан продукты”ның проект етәксеһе Светлана Дивнич.
Белешмә өсөн:
“Башҡортостан продукты” проекты 612 етештереүсене берләштерә. Сифат билдәһе менән 21686 төр продукция билдәләнә. “Башҡортостан продукты” – Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының төбәк етештереүселәренә ярҙам итеүҙең яйға һалынған механизмы. Ул предприятиеларға поставкалау географияһын киңәйтергә, продукцияны һатыу күләмен арттырырға һәм һатып алыусыларҙың урындағы етештереүсе тауарҙарына ҡыҙыҡһыныуын тоторға мөмкинлек бирә.