Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеселегендәге Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм инвестицион үҫеше” дәүләт программаһы буйынса һөйләшеү булды.
Закондарға ярашлы, башҡарма власть органдары йыл һайын, үткән йылдар һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, дәүләт программаларын, шул иҫәптән стратегик өҫтөнлөктө һәм файҙаланыуҙағы үҫеш инструменттарын маҡсатлы актуалләштерергә кәрәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
"Уҙған йылды 419 миллиард һум инвестициялар күләмендә быға тиклемге йылға 5,1 процент үҫеш менән тамамланыҡ - Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Һәм был - алдағы ике йыл күрһәткестәре фонында. Өҫтәүенә ағымдағы йылдың беренсе кварталында ошо күрһәткесте дүрттән бер өлөшө тиклем тиерлек – 24 процентҡа – арттырыу мөмкин булды. Төбәктәге тулайым продукт күҙаллау буйынса 2,017 триллион һум тәшкил итә. Инвестиция климаты буйынса милли рейтингтың биш төбәге араһында икәнлекте раҫланыҡ. Дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу тулайым төбәк продукт кимәлен 2024 йылға тиклем 2,5 триллион һумға тиклем арттырыу, төп капиталға инвестицияларҙы 650 миллиард һумға күбәйтеүҙе һәм инвестиция рейтингы лидерҙары рәтенә сығыуҙы тәьмин итә", - тине Андрей Назаров.
Хөкүмәт ҡарары проекты тураһында республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов та һөйләне.
Фото: pravitelstvorb.ru