Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июнь 2022, 17:45

Табышлы эшләүсе фабрика

Кейем тегеү фабрикаһы 2021 йылда сафҡа ингән

Табышлы эшләүсе фабрика
Табышлы эшләүсе фабрика

Ишембай ҡалаһында урынлашҡан “Аркада” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сәнәғәт предприятиеһы – Башҡортостанда махсус кейем етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Кейем тегеү фабрикаһы 2021 йылда сафҡа ингән.

– Махсус кейем тегеү фабрикаһы күптән түгел генә асылыуына ҡарамаҫтан, табышлы эшләй, – тип һөйләй “Аркада” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Романов. – Предриятиела Ишембай ҡалаһы һәм районынан, шулай уҡ эргә-тирәләге ҡала һәм райондарҙан да кешеләр эшләй.

Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, заманса автоматлаштырылған тегеү фабрикаһында төрлө эш кейеме тегәләр. 250-нән ашыу тегенсе бурысына яуаплы ҡарай. Баҡтиһәң, ҡараңғыла балҡып тороусы жилеттарға ихтыяж ҙур булған, бынан тыш тимер юл хеҙмәткәре өсөн ҡышҡы кейемде күпләп теккәндәр.

Оҫта тегенсе Рәшиҙә Юлдашеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, фабирикала йәштәр күп, ҡыҙҙарҙы эшкә өйрәтеү әллә ни ауыр, сөнки күпселек ныҡлы әҙерлек менән килә.  

Фото: Ольга Вәлитова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: