Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2022, 08:28

“Ашҡаҙар” хужалығы бесәнгә төштө

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ике йыл рәттән килгән тәбиғәт һынауҙарынан һуң туҡтауһыҙ яуған ямғыр ергә күпме генә һеңһә лә, аҙ һымаҡ. Халыҡ һынамыштары буйынса  ла яҙҙың ямғырға бай булырын ер кешеһе тойомланы.

Быйыл үҫемлекселектә Мәләүез районы аграрийҙары ниндәй культураларға өҫтөнлөк биргән, әле ниндәй эштәр менән шөғөлләнәләр? Шул турала райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов менән әңгәмәләштек.

– Аркадий Вәсим улы, апрель-май айҙа­рын­да көн һайын тиерлек бер айлыҡ нормаға торошло ямғыр яуҙы. Сәсеү эшен иртә тамамлағас, орлоҡтар ҙа дәррәү генә шытып, баҫыу-яландар йәм-йәшел хәтфә кеүек йәйрәп ята. Ауыл хужалығы эшсәндәренең кәйефе нисек?

– Әле ҡыуанырға иртәрәк, себеште көҙ һанайҙар, тиҙәр халыҡта. Көҙҙән тупраҡ өҫтө ныҡ кипте. Әле өҫкө ҡатламында дым һаҡлана, әммә ҡапыл көндәр эҫетһә, тупраҡ ярылып, дымдың быуланып бөтөүе лә ихтимал. Шулай ҙа яҡшы уңыш алыуға өмөт бар.

– Быйыл сәсеүлектәр күпме майҙанды биләй? Ужым культураһы ни хәлдә?

– Райондың ауыл хужалығы баҫыуҙарында бойҙай – 23 мең, арпа – 17 мең, һоло – 1800, борсаҡ – 1700, ҡарабойҙай – 2800, етен – 2500, көнбағыш – 19 мең һәм мал аҙығы культура­лары 14 мең гектар майҙанды биләй.

Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуы 390 гектарҙан 748-гә киңәйтелде. Былтыр “татлы тамыр” үҫтереү менән “Старт”, Салауат исемендәге хужалыҡ шөғөлләнә ине, быйыл уларға фермерҙар Рәүеф Ямаев, Ғәфүр Әлмөхәмәтов ҡушылды. Раевкалағы шәкәр заводы менән килешеү төҙөлдө. 

Ужым баҫыуы майҙаны кәметелгәйне, уның ҡарауы, яҙғы культураларҙан арпа, бойҙай сәсеүлеге майҙаны – меңәр, ҡарабойҙай – 300, етен – 200, мал аҙығына кукуруз сәсеүлеге 500 гектарға артты.

Ҡоролоҡҡа бәйле, ужымға зыян килер, тип уйлағайныҡ, юҡҡа хафаландыҡ – матур ҡышланы, шулай ҙа 500 гектарын ҡабаттан сәсергә тура килде.

Ерҙә эшләгәндәргә әлеге мәлдә һәр көн ҡәҙерле. Ямғырҙар туҡтау менән аграрийҙар сөгөлдөр сәсеүлеген беренсе ҡат химик утаны. Сиратта – яҙғы культуралар. “Ашҡаҙар” хужалығы бесәнгә төштө.

Агросәнәғәт өлкәһендә эшләгәндәр яуаплы һәм кәрәкле эш башҡара. Бары ерҙе яратҡанда, ысын күңелдән бирелеп эшләгәндә генә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Хөрмәтле игенселәребеҙ нәҡ шундай сифаттарға эйә.

 

- Әҡлимә ИМАМОВА

 Мәләүез районы

Читайте нас: