Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2022, 17:30

Беларусь Республикаһы менән бәйләнеш нығый

Радий Хәбиров Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең IX форумы эшендә ҡатнаша.

Беларусь Республикаһы менән бәйләнеш нығый
Беларусь Республикаһы менән бәйләнеш нығый

1 июлдә Беларусь Республикаһының Гродно ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Советы рәйесе Наталья Кочанованың ике илдең дәүләт власы төбәк органдары етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты. Көн тәртибендә – Союз дәүләттәре субъекттары араһында сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештең артабанғы үҫеше мәсьәләләре. Осрашыу Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең IX форумына ярашлы уҙғарылды.

"Йылдан-йыл беҙҙең төбәктәр араһында иҡтисади бәйләнеш нығый. Әгәр элек форумдарға сик эргәһендәге биләмәләр етәкселәре генә йыйылһа, хәҙер бында Бугтан алып Тымыҡ океанға тиклем бөтә төбәктәр осраша, - тине Рәсәй Федерацияһы Советы спикеры Валентина Матвиенко. – Быйыл илебеҙ төбәктәре һәм Беларусь өлкәләре араһында 28 килешеүгә ҡул ҡуясаҡбыҙ".

Беларусь Республикаһы Советы рәйесе Наталья Кочанова санкция баҫымы шарттарында милли иҡтисадты нығытыу өсөн бындай форумдар уҙғарыуҙың ҙур әһәмиәтен билдәләне. "Ошо йылдар эсендә беҙҙең төбәктәр һәм эшҡыуарҙар 400-ҙән ашыу килешеү һәм 2000-дән күберәк контрактҡа ҡул ҡуйҙы", - тине ул.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән әңгәмә барышында Радий Хәбиров республика менән Беларусь араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү хаҡында һөйләне, шулай уҡ 2023 йылда ике яҡ төбәктең X юбилей форумы Өфөлә уҙғарыласағын да билдәләне.

"Һуңғы йылдарҙа Беларусь менән бәйләнеште күпкә нығыттыҡ. 2021 йылдың декабрендә Башҡортостан делегацияһы Беларусь Президенты Александр Григорьевич Лукашенко менән осрашты. Унда тауар әйләнешен дүрт тапҡырға – ике миллиард долларға тиклем арттырырға тигән бурыс ҡуйылды. Әле ул яҡынса 400 миллион доллар тәшкил итә", – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: