Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2022, 10:30

Ишембайҙа спорт кейемдәре тегәсәктәр

400 кешегә эш урыны булдырыу планлаштырыла.

Ишембайҙа спорт кейемдәре тегәсәктәр
Ишембайҙа спорт кейемдәре тегәсәктәр

Хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың IV кварталында “Алға” махсус иҡтисади зонаһына ҡараған “Фабрика ЗАСПОРТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өр-яңы тауар - спорт кейемдәре етештерә башлаясаҡ.

"Заманса кейем тегеү фабрикаһы асылыуы һәр йәһәттән дә отошло, – ти йәмғиәт етәкселеге. – Спорт һөйөүселәрҙе, ғөмүмән, халыҡты спорт кейемдәре менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәсәкбеҙ. Иң мөһиме - 400 кешегә эш урыны булдырасаҡбыҙ".

Тегенсе Мәүлиҙә Сибәғәтуллина киләсәктә ошо фабрикала эшләргә уйлай.

"Салауат ҡалаһында тыуҙым, әле лә шунда йәшәйем, – ти Мәүлиҙә ханым. – Аҡса артынан ситкә китәһе түгел, эш урыным эргәлә генә буласаҡ. Шул яғы менән был фабрика минең өсөн ныҡ уңайлы. Яңы эш урындарының асылыуы шатлыҡлы. Кешеләр мәнфәғәтен хәстәрләгәне өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт".

Фото: oezalga.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: