Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығында булды. Унда ул Ҡытай Халыҡ һәм Иран Ислам Республикалары менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса осрашыуҙар үткәргән.
Әйткәндәй, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министрлығы тарафынан әлеге ваҡытта Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкиллектәре янында халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу маҡсатында сит ил аппараты эшен ойоштороу буйынса ҙур эш алып барыла. Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ведомство белгестәрен Беларусь Республикаһына, Төркиәгә, Үзбәкстанға һәм Ҡаҙағстанға ебәреү буйынса килеште.
Маргарита Болычева белдереүенсә, етәкселек ҡушыуы буйынса әлеге ваҡытта төбәктә Ҡытай йүнәлеше буйынса эште көсәйтеү бара, министрлыҡ белгестәрен Рәсәйҙең Ҡытайҙағы сауҙа вәкиллегенә командировкаға ебәреү планлаштырыла.
"Хеҙмәткәрҙәребеҙгә тауар әйләнешен арттырыу һәм Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһен ҡуябыҙ", - ти республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Фото: pravitelstvorb.ru