Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2022, 20:15

Республикала һыу транспорты үҫешәсәк

Өфөлә йылға транспорты хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар.

Республикала һыу транспорты үҫешәсәк
Республикала һыу транспорты үҫешәсәк

Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Өфөлә Судно ремонтлау һәм эшләү заводында иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләнеләр.

Сарала Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар булды.

Заводтың 30-лап иң яҡшы хеҙмәткәре Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының, урындағы үҙидаралыҡ башлығының һәм завод етәкселегенең грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын алды.

 Алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе генә түгел, предприятиеның үҙен дә билдәләнеләр.

- Башҡортостанда йылға транспортын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөн Судно ремонтлау һәм төҙөү заводы алдынғылыҡты биләй. Төбәк Хөкүмәте уны тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса билдәле эшмәкәрлек планлаштырған. Йылға һәм диңгеҙ судноларының буласаҡ капитандарын уҡытып сығарыусы йүнәлешле уҡыу йортона ла ярҙам күрһәтелә. Йылдан-йыл туристик класлы пассажир судноларының йышыраҡ инеүенә лә иғтибар иткәнһегеҙҙер, был эшмәкәрлек дауам итәсәк. Төп һыу артерияларының тәрәнлеген арттырырға тырышасаҡбыҙ. Артабан башҡа республика һәм илдәр менән халыҡ-ара бәйләнеш  мәсьәләһен дә ҡараясаҡбыҙ, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов

Бөгөн предприятиела төрлө һөнәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Улар судноларҙы ремонтлау, йылға транспортында йөрөтөү, шулай уҡ ҡом-таш карьерҙарын эшкәртеү һәм артабан инерт материалдар табыу менән шөғөлләнә.

Республикала 400 берәмектән ашыу судно иҫәпләнә. Ташылған йөктөң йыллыҡ күләме яҡынса 2,1 миллион тонна тәшкил итә.

2022 йылда Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр Дуҫлыҡ монументы причалына дүрт палубалы “Александр Пушкин” теплоходы туҡталды. Ул Түбәнге Новгород – Өфө - Түбәнге Новгород маршруты буйынса йөрөй. Быйыл республикаға 12 ҙур туристик судноның инеүе планлаштырыла.

Башҡортостанда йылға буйлап ташыуҙарҙы тергеҙеү һыу транспортының йөк әйләнешен арттырыуға булышлыҡ итәсәк, был үҙ сиратында автомобиль юлдарына көсөргәнеште кәметә. Уның артабанғы үҫеше өсөн бөгөн республикала һыу транспортын тергеҙеү буйынса комплекслы саралар планы әҙерләнә.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: