Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:
"Киләсәктә Рәсәйҙең траектор үҫеше юғары волатиль дәрәжә менән билдәләнә. Санкция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сикләү сараларының кире эҙемтәләрен бөтөрөү төп маҡсат булып тора. Башҡортостандың маҡсаты – юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә нигеҙ һалыу.
Башҡортостандың 2022 йылдың биш айындағы социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре барланды. Сәнәғәт етештереүендә, ғинуар - май айҙарында, тотороҡло ыңғай динамика күҙәтелде (үҫеш - 6,2 процент). Сауҙа тармағында, төҙөлөш йүнәлешендә лә алға китеш бар. 2024 йылға стратегик үҫеш маҡсаты - тулайым төбәк продукты буйынса 2,5 триллион һумға етеү".
Фото: https://vk.com/agnazarov