Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2022, 16:30

Социаль-иҡтисади үҫештең төп юлдары билдәләнде

Санкциялар баҫымы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сикләү сараларының кире эҙемтәләрен йомшартырға кәрәк буласаҡ.

Социаль-иҡтисади үҫештең төп юлдары билдәләнде
Социаль-иҡтисади үҫештең төп юлдары билдәләнде

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә 2023 йылға, 2024 һәм 2025 йылдарҙың планлаштырылған осорона һәм 2036 йылға тиклемге осорона Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙың төп йүнәлештәрен ҡарау буйынса Стратегик комитет ултырышы үтте. Премьер-министрҙың билдәләүенсә, әлеге шарттарҙа күҙаллауҙарға айырыуса ҙур яуаплылыҡ менән ҡарау мөһим. Уның әйтеүенсә, санкциялар баҫымы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сикләү сараларының кире эҙемтәләрен йомшартырға кәрәк буласаҡ.

Фараздарҙы ҡарауға күсеү алдынан һуңғы биш айҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш өлкәһендә өлгәшелгән һөҙөмтәләргә туҡталдылар.

"Сәнәғәт етештереүе ғинуар - май һөҙөмтәләре буйынса тотороҡло ыңғай динамика күрһәтә, үҫеш 6,2 процент тәшкил итә, – тип билдәләне Андрей Назаров. – Сауҙала шулай уҡ ыңғай күренеш төҫмөрләнә, ғинуар - апрель айҙарында үҫеш 3,4 процент булды. Был уртаса Рәсәй күрһәткестәренән (0,1 процент) байтаҡҡа юғарыраҡ. Төҙөлөштәге эш күләме ғинуар - май айҙарында 119,2 процентҡа үҫте. Төп капиталға инвестициялар күләме 24,9 процентҡа артты. Эшһеҙлек кимәле Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса 2022 йылдың апрель - май айҙарында 3,9 процент тәшкил итте. 2022 йылдың 1 июненә республика бюджетына ингән һалым һәм һалым булмаған килем суммаһы 94,5 миллиард һум тәшкил итте".

Премьер-министр билдәләүенсә, 2024 йылға ла стратегик маҡсаттар үҙгәрешһеҙ ҡала.

"Төп бурыс – маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүгә нигеҙ һалыу, - тип йомғаҡланы һүҙен Андрей Назаров. – Был бит әлегә тәүге айҙар ғына. Төп күрһәткестәрҙең үҙгәреш динамикаһын ныҡлап күҙәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ".

Министрлыҡ биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2025 йылға ауыл хужалығы продукцияһын етештереү 9,4 процентҡа арттырыласаҡ. Быға өлгәшеү өсөн малсылыҡ комплекстары төҙөлөшө буйынса эре инвестиция проекттары тормошҡа ашырыласаҡ. Сафҡа индерелгән торлаҡ майҙаны йыл һайын өс миллион квадрат метр тәшкил итә. 2030 йылға уны дүрт миллион квадрат метрға еткереү ҡарала. Уртаса эш хаҡы тоторҡло үҫеүен дауам итәсәк һәм 2025 йылға 59,2 мең һум тәшкил итергә тейеш.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: