Рәсәй Хөкүмәтенең “Граждандарҙы социаль яҡлау” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарары баҫылып сыҡты.
Документҡа ярашлы, 1 июлдән ил етәксеһе ҡушыуы буйынса социаль контракт буйынса бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр 100 мең һумға арттырыла. Был аҡсаны үҙ эшеңде үҫтереүгә һәм шәхси хужалыҡты алып барыуға тотонорға мөмкин.
Шулай итеп, шәхси эшҡыуарҙар өсөн матди ярҙамдың иң ҙур күләме 250 мең һумдан 350 мең һумға етәсәк. Ә шәхси хужалыҡ алып барған граждандар өсөн түләүҙәр элекке 100 мең һум урынына 200 мең һум тәшкил итәсәк. Был сара контракттар һанын арттырыр, күп ғаиләләргә матди хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирер, тигән ышаныс бар.
Фото: news.1777.ru