Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июль 2022, 15:45

Стратегияға үҙгәрештәр индерелде

"Ҡала агломерацияһы – дөйөм халыҡ һаны 250 меңдән ашыу тәшкил иткән тораҡ пункттарҙың һәм улар араһындағы биләмәләрҙең төркөмләп урынлашыу рәүеше" тигән төшөнсә булдырыла.

Стратегияға үҙгәрештәр индерелде
Стратегияға үҙгәрештәр индерелде

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Киңлек үҫеше стратегияһына үҙгәрештәр индерелде. Уға төҙәтмәләрҙә илдең 2030 йылға тиклемге социаль үҫешенең яңы инициативаһы сиктәрендә төп маҡсаттар, субъекттары һәм федераль башҡарма власть органдарынан тәҡдимдәр иҫәпкә алынды.

"Ҡала агломерацияһы – дөйөм халыҡ һаны 250 меңдән ашыу тәшкил иткән тораҡ пункттарҙың һәм улар араһындағы биләмәләрҙең төркөмләп урынлашыу рәүеше" тигән төшөнсә булдырыла. Улар инфраструктура объекттарын дөйөм файҙаланыу менән бәйләнгән, хеҙмәт һәм социаль бәйләнештәр менән берләшкән – был өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләргә, иҡтисади нөктәләрҙе үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.

Документ төп тораҡ пункттарының – ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәктәренең үҫеш йүнәлештәрен билдәләй.

“Стратегия – “тере” документ һәм ул көнүҙәк саҡырыуҙарға ваҡытында яуап бирергә тейеш. Киңлек үҫеше стратегияһы ил субъекттарының социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһын, тармаҡ стратегияһын һәм башҡа документтарҙы төҙөүгә нигеҙ булып һанала. Эре һәм үтә эре агломерацияларҙың ғына түгел, бәләкәй ҡалаларҙың да социаль-иҡтисади үҫешен иҫәпкә алыу дәүләткә биләмәләр үҫешен билдәләгәндә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе киңәйтергә ярҙам итә”, - тине Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының биләмәләр үҫешен планлаштырыу департаменты директоры Дмитрий Дегтярев.

Фото: eot74.su

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: