Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июль 2022, 16:00

1500 ат парадҡа сығасаҡ!

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында "Башҡорт аты" фестивале үтә. 

1500 ат парадҡа сығасаҡ!
1500 ат парадҡа сығасаҡ!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә,«Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивален уҙғарыу тураһындағы ҡарар 14 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Баймаҡ районына эш сәфәре барышында ҡабул ителде. Бынан алда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

Бөгөн районда был ҙур сараға әҙерлек тулы кимәлдә башланған. Ул 29-30 июлдә Граф күле янындағы һабантуй биләмәһендә үтәсәк. Ошонда уҡ республика ат сабыштарында еңеү яулаған төрлө хужалыҡтарҙан башҡорт тоҡомло аттар, ҡымыҙ етештереүселәр, сбруйҙар эшләгән оҫталарҙың эштәре, атҡа бәйле төрлө күргәҙмәләр урын аласаҡ. Шулай уҡ башҡорт халҡының тоғро юлдашы булған атҡа бәйле төрлө ышаныуҙар, йолалар, халҡыбыҙҙың ижады буйынса әҙерләнгән сәхнәләштереү ҙә ҡаралған. Йыр-моң, бейеүҙәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел! 

Республика фестивалендә бөтә Рәсәйҙән йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр саҡырыласаҡ, пленар ултырышта Башҡортостанда йылҡысылыҡ, ҡымыҙ яһау һәм халыҡ кәсептәре йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм популярлаштырыу проблемалары тикшереләсәк. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бай эстәлекле мәҙәни программа көтә. Тамашасылар милли спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙы ҡараясаҡ, унда яҡын сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша күрһәтеләсәк.

Шулай ҙа "Башҡорт аты" байрамының төп биҙәге булып бөтәһе 1500 аттан торған парад буласаҡ, ти ойоштороусылар. Бының өсөн республиканың төрлө райондарынан аттар килтереләсәк, мәҫәлән, Баймаҡ районы ғына парадҡа 250 баш ат әҙерләй. Әйткәндәй, Баймаҡ районында үтәсәк күләмле ат парады Гиннестар рекордтар китабына индереүгә иҫәп тота.

Шулай уҡ сарала "Ылаҡ" уйыны, ат сабыштары ла ҡаралған. Йылдың иң сағыу ваҡиғаһынан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ! Бәрәкәтле Баймаҡ ере барыһын да көтөп ҡала!

Автор фотолары.

1500 ат парадҡа сығасаҡ!
1500 ат парадҡа сығасаҡ!
1500 ат парадҡа сығасаҡ!
1500 ат парадҡа сығасаҡ!
1500 ат парадҡа сығасаҡ!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: