Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июль 2022, 20:00

Башҡортостан – һәр саҡ ярҙам итергә әҙер партнер

Республика Башлығы Радий Хәбиров - төбәк сәнәғәт сәйәсәтенең төп принциптары һәм индустриаль тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында.

Башҡортостан – һәр саҡ ярҙам итергә әҙер партнер
Башҡортостан – һәр саҡ ярҙам итергә әҙер партнер

4 июлдә Екатеринбургта "Иннопром-2022" халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә төбәк сәнәғәт сәйәсәтенең төп принциптары, индустриаль тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Һеҙҙең иғтибарға ошо әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

- Радий Фәрит улы, Башҡортостан Рәсәй сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында нимә иҫәбенә алдынғылыҡты һаҡлап ҡала алды?

- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы беҙгә индустриаль секторға булышлыҡ итеү өсөн киң мөмкинлектәр бирә. Был, беренсенән.

Икенсенән – сәнәғәттә ҡағылышлы мәсьәләләр менән даими шөғөлләнеү. Аҙна һайын тиерлек республика кимәлендә "Сәнәғәт сәғәте" форматында тармаҡ кәңәшмәләре үткәрәм. Унда беҙ компания һәм предприятиеларҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәбеҙ. Улар беҙҙең йөҙҙә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булған партнерҙы күрә.

Бынан тыш, беҙ ҙур бизнес менән яңы коммуникациялар институтын – даими эшләүсе эшсе төркөмдәр булдырҙыҡ. Бындай форматта төбәктә эшләгән "Газпром", Ростех, "Роснефть", Урал тау-металлургия компанияларының күбеһе менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был индустриаль коммуникацияның бик уңайлы формаһы.

Һәм, әлбиттә, беҙ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы линияһы буйынса ярҙам сараларын әүҙем ҡулланабыҙ. Былар барыһы ла дөйөм һөҙөмтә бирҙе.

- Сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында артабан алдынғылыҡты һаҡлау өсөн республиканың ниндәй потенциалы бар?

- Әлбиттә, киләсәк тураһында ла уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ велосипед уйлап табырға йыйынмайбыҙ. Тармаҡты үҫтереү буйынса алып барылған эште дауам итәсәкбеҙ. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса рейтинг төҙөү ҙур әһәмиәткә эйә булыр тип иҫәпләйем. Санкция баҫымы шарттарында килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн күберәк энергия һәм уйлап табыу һәләтен күрһәтергә кәрәк. Быны эшләй алған идара итеү командалары йыл аҙағына сәнәғәт етештереүе индексы һәм инвестициялар йәлеп итеү буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшәсәк. Әлбиттә, был йәһәттән лидерҙар араһында булырға теләйбеҙ.

- Башҡортостанда кластерҙар әүҙем үҫешә, тип билдәләнегеҙ. Төбәктә был йүнәлештең перспективалары ниндәй?

- Кластер алымы нигеҙендә партнерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек ята. Етештереү сылбырының бөтә өлөштәре кластер эсендә булырға тейеш. Был йүнәлеште әүҙем үҫтерәбеҙ.

Мәҫәлән, бығаса мебель етештереү Башҡортостандың визит карточкаһы булмаған. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә тәүге мебель кластеры беҙҙең республикала булдырылды. Үҙ-ара эш итергә теләгән компаниялар пулын булдырыуҙы хупланыҡ. Шул иҫәптән Татарстандан да. Шуға күрә мебель кластеры төбәк-ара кимәлгә күтәрелде лә инде. Һәм был башы ғына.

Был эштә беҙҙең төп партнерыбыҙ – Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы. Улар беҙгә кластер сәйәсәтен башҡа тармаҡтарға ла киңәйтергә тәҡдим итә. Хәҙер беҙҙең сиратта бер нисә кластер ойоштороу тора. Уларҙың береһе – пилотһыҙ авиация өлкәһендә. Быйылғы йылды уларҙы формалаштырыу һәм үҫтереү буйынса етди эшкә бағышларбыҙ, тип уйлайым.

- Сәнәғәтте үҫтереүгә федераль средстволар йәлеп итеү өлөшөндә Башҡортостан идара итеү командаһы эшен нисек баһалайһығыҙ?

- Сәнәғәтте үҫтереү фондының һәм уның етәксеһе Әнүәр Роберт улы Кәримовтың эшен айырым билдәләп үтәм. Ул - индустриаль тармағыбыҙ аҡһаҡалдарының береһе. Уның әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә беҙҙең Рәсәй Пенсия фонды илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.

Республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы коллективы бик әүҙем эшләй. Министр Александр Николаевич Шельдяев етәкселегендәге көслө командаға ла рәхмәтлемен.

Дөйөм алғанда, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелек рейтингы – башҡа рейтингтар кеүек үк, коллектив эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе. Хөкүмәтебеҙҙең эше әле бик яҡшы тонуста. Премьер-министр Андрей Назаров уға яҡшы темп бирҙе һәм уны ойоштороуға яңы алымдар индерҙе.

Сәнәғәт сәйәсәте мәсьәләләрендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән һәм республикаға үҫешергә ярҙам күрһәткән предприятиеларыбыҙ етәкселәренә, һис шикһеҙ, ҙур рәхмәт.

Фото һәм сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: