Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июль 2022, 17:30

Беренсе урында булмау - беҙҙең өсөн түгел!

Андрей Назаров “ФедералПресс”ҡа эшендә нимәне иң мөһим тип иҫәпләүе хаҡында һөйләне. 

Беренсе урында булмау - беҙҙең өсөн түгел!
Беренсе урында булмау - беҙҙең өсөн түгел!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “ФедералПресс”тың асыҡ студияһында төбәкте үҫтереү мөмкинлектәренә ҡарашы менән уртаҡлашты. Уның фекеренсә, төбәктең бурысы – Рәсәйҙә кешеләр өсөн иң яҡшы урын булыу. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ул Башҡортостан делегацияһы менән берлектә “Иннопром” күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Башҡортостан икенсе йыл рәттән төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 2021 йылда Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тәүге тапҡыр 2020 йылда сәнәғәт өлкәһендә ил субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса төбәктәр һөҙөмтәлелеге рейтингын төҙөнө. Башҡортостан унда 66,5 балл йыйып, беренсе урынды алды.

2022 йылда һөҙөмтәлелек рейтингына 14 яңы күрһәткес өҫтәлде һәм Башҡортостан йәнә лидер булды. Һөҙөмтәләргә аңлатма биреп, республика премьер-министры Андрей Назаров төбәктә ярҙам сараларының 54 миллиард һум тәшкил итеүе хаҡында әйтте.

“Был - беҙҙең бюджет өсөн бик ҙур сумма, әммә беҙ проекттарҙы иғтибар менән һайлайбыҙ һәм статистика беҙҙең хаҡлы булыуыбыҙҙы раҫлай”, - тип билдәләне ул.

Назаров индустриаль парктарҙы ошондай сараларҙың береһе тип атаны. Унда еңел булмаған ваҡытта ла сит ил инвесторҙары килә, мәҫәлән, Төркиә Республикаһы вәкилдәре, ә Белоруссияның “Амкадор” компанияһы киләһе яҙҙа мебель фабрикаһын асасаҡ.

– Беҙҙең бурысыбыҙ – Башҡортостанды илдә йәшәү өсөн иң уңайлы төбәктәрҙең береһе итеү. Был – эш урындары ла, экология ла, мәғариф та. Шуға күрә беҙҙең бурыс – социаль рейтингтар буйынса алға барыу. Беҙҙе республика Башлығы дәртләндерә, уның һүҙҙәренсә, беренсе урында булмау – был беҙҙең өсөн түгел, – тип билдәләне Андрей Назаров, “ФедералПресс” асыҡ студияһында әңгәмәне йомғаҡлап.

Фото: ФедералПресс / Дмитрий Шевалдин

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: