Бөгөн Екатеринбургтағы “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиә Республикаһының сәнәғәт һәм технологиялар министры урынбаҫары Хәсән Бюйюкдеде менән осрашты. Улар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышты.
Башҡортостан Башлығы Төркиә менән күптәнге иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм республикала эшләгән предприятиелар һанының артыуын билдәләне. Мәҫәлән, быйыл 4 июндә үткән “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Төркиәнең Sanica Pipe компанияһы менән “Өфө” индустриаль паркында инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәр тураһында килешеү төҙөнө. Инвестор унда пластик торбалар етештереүҙе күҙаллай. Компания шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһында ла ҡаҙандар һәм йылылыҡ батареялары сығарыуҙы ойоштормаҡсы. Ошо эштәрҙе башҡарыуға 2,3 миллиард һум аҡса йүнәлтеү, 255 эш урыны булдырыу планлаштырыла.
“Урал аръяғы-2022” инвестиция һабантуйында тағы ла бер килешеүҙе Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән Төркиәнең Nevco Holding компанияһы төҙөнө. Документ йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары селтәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Республика Башлығы Төркиә бизнесы менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү пландары менән уртаҡлашты.
– Хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн Анкарала һәм Истанбулда Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллектәрен астыҡ. Быйыл сентябрҙә Башҡортостан делегацияһы Төркиәгә барырға ниәтләй, – тине Радий Хәбиров.
Төркиәнең сәнәғәт һәм технологиялар министры урынбаҫары Башҡортостан Башлығына осрашыу өсөн рәхмәт әйтте. Ул билдәләүенсә, Төркиә бизнесы республика менән, айырыуса машина эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү яҡлы.
– Башҡортостанда бер нисә төрөк компанияһы уңышлы эшләй, яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға теләк бар, – тине Хәсән Бюйюкдеде. – Бизнесыбыҙҙың Рәсәйҙә эшләүенә шатбыҙ һәм Төркиә эшҡыуарҙарына иғтибарлы булған өсөн республикаға рәхмәт. Башҡортостанға барып, предприятиеларыбыҙҙың, айырыуса ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса, нисек эшләүен ҡарарға теләр инем.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press