Бөгөн Екатеринбургта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша. Республика делегацияһына шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, төбәктәге үҫеш институттары һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәре инде.
Сәфәр программаһына ярашлы, төбәк етәксеһе бер нисә эшлекле, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдәге осрашыу уҙғара. 2021 йыл өсөн Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингы күрһәткестәре менән таныштырыу “Иннопром” майҙансығындағы төп ваҡиғаларҙың береһен тәшкил итәсәк. Мәғлүм булыуынса, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ошо рейтингта беренсе урынды яулағайны.
Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә лә яҙып сыҡты. "Башҡортостан йәнә, бер йыл элекке кеүек, беренсе урында. Был - ҙур эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Беҙҙең сәнәғәт һәйбәт тиҙлек менән үҫешә - 2022 йылдың биш айында 6,2 процентҡа. 1,5 миллиардлыҡ 18 дәүләт ярҙамы сараһы күрелде. "Сәнәғәт сәғәттәре" үткәрәбеҙ. Республикала 12 индустриаль һәм 18 сәнәғәт паркы булдырылған. "Алға" йылдам үҫешкән иҡтисади зонаһы Рәсәйҙә иң йылдам үҫешкәндәрҙән. Сәнәғәт үҫеше фонды нығына. Импортҡа алмаш буйынса эшләйбеҙ", - тигән ул.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press