Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июль 2022, 20:30

Сәнәғәт – иҡтисад нигеҙе

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. 

Сәнәғәт – иҡтисад нигеҙе
Сәнәғәт – иҡтисад нигеҙе

“Беҙ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге өлкәһендәге дөйөм милли рейтингында ике тапҡыр еңеүсе булдыҡ. Шулай уҡ төбәктең эшлекле әүҙемлеге, йәштәр сәйәсәте һәм сәнәғәт туризмы өлөшөндә беренсебеҙ. Һөҙөмтәләрҙе кисә Екатеринбургта “Иннопром–2022” халыҡ-ара күргәҙмәһендә иғлан иттеләр.

Сәнәғәт – иҡтисадыбыҙҙың нигеҙе һәм беҙ бында күп көс һалабыҙ. “Ростех”, “Газпром”, Урал тау-металлургия компанияһы, “Башнефть” кеүек эре корпорациялар менән ведомство-ара эшсе төркөмдәр ойошторолған. Республикала уларҙың һәр береһе менән тормошҡа ашырылған проекттар бар.

Өҫтөнлөклө биләмәләрҙе үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, кластерҙар булдырабыҙ. Апрелдә Рәсәйҙә тәүге мебель кластеры ойошторолдо, ул сәнәғәт кластерҙарының федераль реестрына индерелде. Процеста – тағы ла һигеҙ.

Беҙ Сәнәғәтте үҫтереү фондын нығыттыҡ. Ул федераль кимәлдәге Сәнәғәтте үҫтереү фонды рейтингында лидерҙарҙың береһе тип танылды. Уны капиталлаштырыу 1,5 миллиард һумдан ашып китә.

Беҙ импортҡа алмашҡа тейешле тауарҙар исемлеген төҙөнөк. Ул өс меңдән ашыу позицияны үҙ эсенә ала. Республика предприятиеларының күбеһе донъя кимәлендә кәрәкле продукция һата ла инде.

Быйыл биш айҙа республикала сәнәғәт производствоһы индексы 106,2 процент тәшкил итте. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда 3,4 процентҡа юғарыраҡ.

Дөйөм алғанда, сәнәғәт тармағында федераль кимәлдә баһаланған ҡаҙаныштарыбыҙ байтаҡ”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/agnazarov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в