Запорожье өлкәһендә Рәсәйҙең иң эре банктарының береһе эшләй башланы. "Промсвязьбанк"тың беренсе бүлексәһе Мелитополдә асылды, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Запорожье өлкәһенең ваҡытлыса хакимиәте башлығы Евгений Балицкий. Халыҡ бөтә төр банк хеҙмәттәре - карталар сығарыу, банкоматтарҙа аҡса күсереү, күсереүҙәр, тупланма һәм иҫәп-хисап иҫәптәре, валюта менән алмашыу хеҙмәттәренән файҙалана ала.
Йыл аҙағына тиклем "Промсвязьбанк" яңы бүлексәләр асасаҡ һәм ҡулланыусылар кредиты, ипотека, эш хаҡы проекттары, бизнес өсөн кредиттар бирә башлаясаҡ, тип билдәләне Евгений Балицкий.
Бынан алда Херсон өлкәһе властары “Промсвязьбанк” бүлексәһен асыу тураһында белдергәйне. Шулай уҡ Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә "МРБ-банк" эшләй башланы.
Мәғлүм булыуынса, “Промсвязьбанк” "Росимущество” аша дәүләткә ҡарай. Уның базаһында эре дәүләт контракттарын һәм дәүләт оборона заказын хеҙмәтләндереү өсөн банк булдырылған. 2021 йыл йомғаҡтарына ярашлы, "Промсвязьбанк" активтар күләме буйынса "Интерфакс-100" рейтингында алтынсы урынды алды.
21 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. 24 февралдә ул Украинала махсус хәрби операция башланыуы тураһында иғлан итте. Әлеге ваҡытта Херсон өлкәһе тулыһынса – Рәсәй көстәре контролендә, ә Запорожье өлөшләтә контролдә тотола.
Фото: vk.com/psbank_ru