Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге рейтингында Башҡортостандың беренсе урын яулауын телгә алды.
“Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров рәйеслегендә ил төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге рейтингы күрһәткестәре менән таныштырҙылар. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылығын һаҡлап ҡалды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе яуланы.
Ошондай һөҙөмтәне көткәйнем. Башҡортостан иң яҡшыһы тип танылды, сөнки унда эксперимент үткәреүҙән ҡурҡмайҙар, республиканың сәнәғәт ҡеүәтен үҫтереү өсөн төбәктәге һәм федераль кимәлдәге барлыҡ алымдарҙы ҡулланалар, йәштәр менән эшләүгә иғтибар бүләләр, бизнесҡа һүҙ менән түгел, ә эш менән ярҙам итәләр!
Радий Фәрит улы Хәбировтың командаһын тағы ла бер тапҡыр ихлас ҡотлайым! Бөгөн өлгәшкән бейеклек уларға яңы, ҙур ҡаҙаныштарға сираттағы баҫҡыс булһын. Ә беҙ – Башҡортостан Республикаһын яратҡан, юғары баһалаған һәм ихтирам иткән кешеләр – ошо яңы бейеклектәргә артылыуҙа һәр саҡ ярҙам итербеҙ”, – тип яҙған Андрей Шпиленко.
Фото: vk.com/shpilenko_a
Сығанаҡ: vk.com/shpilenko_a