Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә эшмәкәрлектәре республикаға сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында икенсе тапҡыр беренсе урын яуларға мөмкинлек биргән хеҙмәткәрҙәр өсөн награда документтарын әҙерләргә ҡушты.
“Беҙ йәнә ҙур еңеүгә өлгәштек. Был юғары күрһәткес. Ҡағылышы булған һәр кемгә – Хөкүмәт ағзаларына, муниципалитет башлыҡтарына, ведомство хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм. Был команданың һәйбәт эше. Ике рейтинг – сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлек өсөн – быға ҡағылышы булған кешеләрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән бүләкләйем”, – тине республика етәксеһе.
Ғинуар-май айҙарында республикала сәнәғәт етештереүе индексы – 106,2 процент, дөйөм Рәсәй күрһәткесе – 102,8 процент һәм Волга буйы федераль округы буйынса 102 процент тәшкил итте, тип билдәләне ул.
Фото: rb7.ru