Райондың Салауат исемендәге хужалығында малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса белгестәрҙең XXVII республика конкурсы уҙҙы. Унда Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Фәрит Вәлитов, Ләлә Дәүләтбаева, Республиканың ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов, республика агросәнәғәтенең профсоюз комитеты рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова, тәжрибәле жюри ағзалары, 33 райондан ауыл хужалығы идаралығы һәм ветеринария станция белгестәре ҡатнашты.
Сараны үткәреү өсөн Салауат исемендәге хужалыҡты һайлау осраҡлы түгел. Һабаш, Ергән бүлексәһендә бөтәһе 2334 баш тоҡомло мал аҫрала, шуның 712-һе – һауын һыйыры. Көндәлек һауым яҡшы, һөт сифаты юғары: хужалыҡта тәүлегенә 19 тонна һөт һауыла, һәр һыйырға уртаса 26,7 килограмм аҡ тура килә. Һөт күләменә малды туҡландырыуға иғтибарҙың етди булыуы ла йоғонто яһай.
Сараға килгәндәрҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тәбрикләп, республика етәкселегенең агросәнәғәт комплексы ойошмаларына техниканы яңыртыуҙа ныҡлы ярҙам итеүен билдәләне, конкурсанттарға уңыш теләне.
“Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу малсылыҡта үрсем алыуҙы күтәреүҙә, ит-һөт етештереүҙе арттырыуҙа һөҙөмтәһенең ҙур булыуы тәжрибәлә һыналған. Бөгөн республиканың ауыл хужалыҡтарында 190 мең баш мал (86 процент) биологик технологиялар ярҙамында аталандырыла. Киләсәктә был һанды арттырыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Дәүләт ярҙамында республика хужалыҡтарына йыл да 6,5 мең тоҡомло мал килтерелә. Был үҙ йәһәтенән төбәктәрҙе иҡтисади үҫешкә илтә”, – тине Фәрит Рауил улы үҙенең сығышында һәм конкурс өсөн шарттар тыуҙырғанға Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа, Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәмис Иманғоловҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сәхнәгә күтәрелгән башҡа ҡунаҡтар ҙа был конкурстың географияһы киңәйеүен, йылдан-йыл күберәк район хужалыҡтары йәлеп ителеүен телгә алды. Әйткәндәй, был сарала Свердловск өлкәһенән, Удмуртиянан да вәкилдәр бар ине. Стәрлетамаҡтан Наумовка күп йүнәлешле колледж студенттары ла үҙ көсөн һынарға теләк белдергән.
Конкурсты асҡандан һуң, флаг күтәреү хоҡуғы яһалма ҡасырыу буйынса еңеүсе исемен яулаған Саҡмағош районы “Герой” кооперативы-колхозынан Гөлшат Солтановаға бирелде.
Республика ярышына килгән 57 конкурсант үҙ эшен теүәл һәм аныҡ үтәне. Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың эш сифатына, етеҙлегенә, һөнәр оҫталығына баһа бирҙе, етешһеҙлектәр ҙә иҫәпкә алынды.
Һөҙөмтәлә, иң күп балл йыйған Туймазы районының “Нерал Матрикс” ауыл хужалығы предприятиеһы операторы Фәдис Шәмсетдинов XXVII республика конкурсының чемпионы исеменә лайыҡ булды. “Ашҡаҙар” хужалығынан Асҡар Едильбаев – икенсе, Яңауыл районынан Вячеслав Рәхимйәнов өсөнсө урында. Ветеринария белгестәре араһындағы ярышта Яңауыл районынан Алһыу Гәрәева – беренсе, Дыуан районынан Маргарита Йосопова – икенсе, Мәләүездән Денис Крылов өсөнсө урынды яуланы. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, Диплом тапшырылды.
Әҡлимә ИМАМОВА
Мәләүез районы.