Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Екатеринбургтағы “ИННОПРОМ” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина Башҡортостан стендын ҡарап сыҡты. Рәсәй экспорт үҙәгенең Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеге төбәк менән федераль үҫеш институты араһындағы үҙ-ара һөҙөмтәле эшмәкәрлек һәм синергия өлгөһө була ала, тип белдерҙе ул.
– Башҡортостан Республикаһы власының экспортты үҫтереүгә айырым иғтибар биреүен күрәбеҙ. Республика Хөкүмәтенең, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенең тырышлығы һөҙөмтәһе аныҡ һандарҙа һәм күрһәткестәрҙә сағыла, – тине ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән эш осрашыуында.
– Башҡортостан – экспортҡа йүнәлеш алған төбәктәрҙең береһе. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, республика экспорты 18 процентҡа артып, 3,7 миллиард доллар тәшкил иткән. Сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар 34,3 процентҡа күбәйгән һәм 2,5 миллиард доллар тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 3,9 миллиард долларҙан 4,6 миллиард долларға тиклем артҡан, – тине Андрей Назаров.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса, Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге төбәктәрҙәге ошондай үҙәктәр рейтингында икенсе урынды яуланы. Бынан тыш, республика 2.0 төбәк экспорт стандартын ғәмәлгә индереү буйынса ла дүрт лидер иҫәбендә, тип белдерҙе Вероника Никишина. Бынан тыш, Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры “Ярҙам лидерҙары. Экспорттағы ҡатын-ҡыҙҙар” тигән яңы Бөтә Рәсәй конкурсы тураһында һөйләне. Уның маҡсаты – төбәктә эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау һәм танытыу.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press