Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2022, 20:45

Аҙыҡ-түлек тейәйбеҙ ҙә, баш ҡалаға юлланабыҙ!

Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтарының аҙыҡ-түлек фестивале үтәсәк.

Аҙыҡ-түлек тейәйбеҙ ҙә, баш ҡалаға юлланабыҙ!
Аҙыҡ-түлек тейәйбеҙ ҙә, баш ҡалаға юлланабыҙ!

Данлыҡлы башҡорт балы, шифалы үләндәрҙән фитосәй... Иң шифалы, иң тәмле аҙыҡ-түлектәрҙе тейәйбеҙ ҙә, баш ҡалаға юлланабыҙ!

Унда, Мәскәүҙә, 14-17 июлдә, илебеҙ халыҡтарының төрлө ризыҡтарын тәҡдим иткән “Вкусы России" аҙыҡ-түлек фестивале үтәсәк. Башҡортостандан биш предприятие ҡатнашып, продукциялары фестивалдә лайыҡлы баһа алыр, тип ышанабыҙ.

Сара Горький паркында һәм Мәскәү миҙгелдәре фестиваль майҙансыҡтарында үткәрелә. Тулы мәғлүмәт  russiantastes.ru һылтанмаһында.

Фото: agroinvestor.ru

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в