Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2022, 20:00

Алмас Мәмлиев – иң-иңдәр иҫәбендә

Конкурсҡа йомғаҡ “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә яһалды.

Алмас Мәмлиев – иң-иңдәр иҫәбендә
Алмас Мәмлиев – иң-иңдәр иҫәбендә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканан Алмас Мәмлиев Бөтә Рәсәй йәш сәнәғәтселәр конкурсы һөҙөмтәләре буйынса икенсе урын яуланы. Конкурсҡа йомғаҡ 5 июлдә Екатеринбургта “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә яһалды.

Туймазы ҡалаһындағы “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары бөтә илдән дүрт йөҙ дәғүәсене уҙып китте. Иң-иңдәр исемлегенә Башҡортостандан өс кеше, шул иҫәптән “Изостер” йәмғиәтенән Альберт Кайбышев һәм “Инмаш” концернынан Абделмалик Рәхимов инде.

"Башҡортостан власы йәш эшҡыуарҙарҙы дәртләндерергә тырыша. Республиканың Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды алты инновациялы үҫеш программаһын тормошҡа ашыра. 500 меңдән 30 миллион һумға тиклем гранттар тапшырабыҙ. Шундай ҙур программаларҙың береһе – “Коммерциялаштырыу” – инновациялы продукция етештергәндәр өсөн иҫәпләнә. Туғыҙ проект 185 миллион һумлыҡ грант алды. Был ярҙам сараларының бер өлөшөн генә тәшкил итә. Республикала стартаптарҙы, студент проекттарын һәм инновациялы эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуҙа ярҙамды артабан да киңәйтәсәкбеҙ", – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: