Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика муниципалитеттарына йәмәғәтселек урындарын, ихаталарҙы йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү өсөн яңы техника тапшырҙы.
– Беҙ бөгөн хакимиәттәр башлыҡтарына ҡала һәм ауыл урамдарын таҙа, матур тотоу өсөн коммуналь техника асҡыстарын тапшырабыҙ. Республикаға килтерелгән яңы машиналар күп функциялы, уларҙы ҡыш та, йәй ҙә файҙаланып була, – тине Радий Хәбиров. – Техниканың бер өлөшөн беҙҙең Беларусь Республикаһындағы партнерҙар етештерҙе, улар менән берлектәге кооперацияны көсәйтәсәкбеҙ.
Яңы партияла – 62 махсус машина. Быйыл республика 1,4 миллиард һумға яңы техника һатып аласаҡ.
– Техникабыҙҙың Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында эшләйәсәгенә шат. Был Беларусь һәм Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек үҫешенә яҡшы миҫал, –тине “Амкодор” холдингының коммерция директоры Олег Дикун. – Оҙаҡламай “Өфө” индустриаль паркында ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереү буйынса беҙ төҙөй башлаған заводты асыу тантанаһында осрашырбыҙ тип ышанам.
Фото: glavarb.ru