“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре бөгөн Краснокама районында командировкала.
Маҡсатыбыҙ – ауыл хужалығы ойошмаларының мал аҙығы әҙерләү мәлен яҡтыртыу. “Алға”, “Рубин”, “Восход” хужалыҡтарында булдыҡ, эш барышы менән таныштыҡ, механизаторҙар менән һөйләштек.
Краснокама районында электән ҡалған йола – төрлө ойошмалар ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙамға килеп, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын төрлөләндереү өсөн миндек әҙерләшәләр. Беҙ килгәндә Краснокама районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге тулы составта урман буйында миндек әҙерләү менән була ине. Улар 200 миндек әҙерләргә тейеш булһалар ҙа, һөйләшелгәндән күберәк – 250 миндек әҙерләп ҡуйғандар.
Райондың баш зоотехнигы Зенфир Әхмәтов әйтеүенсә, был йоланы ул бала сағынан хәтерләй.
Әйткәндәй, гәзиткә яҙылыу буйынса ла район һынатмай һәм алдынғылыҡты биләй.
Краснокама районынан репортажды гәзиттең киләһе һандарында уҡығыҙ.
Автор фотолары.