Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2022, 17:15

“МАЗ” Башҡортостанға килергә теләй

Эште ике этапта башҡарыу күҙаллана

“МАЗ” Башҡортостанға килергә теләй
“МАЗ” Башҡортостанға килергә теләй

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Беларусь Республикаһының сәнәғәт министры Петр Пархомчик менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең махсус, төҙөлөш, коммуналь һәм юл техникаһы етештереүҙе ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙе.

“МАЗ” йәмғиәте продукцияһын сығарыу өсөн цехтарҙы сәнәғәт технопарктарында йәки өҫтөнлөклө зоналарҙа асырға тәҡдим ителә. Минск автомобиль заводы Башҡортостанда йөк техникаһы производствоһын ойоштороу тураһында һөйләшеүҙәр үткәрҙе, завод етәкселеге хеҙмәттәшлек яҡлы булыуын раҫланы.

– Производствоны ике этапта тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола. Беренсеһе –республика предприятиелары тарафынан МАЗ шассийын һатып алыу, махсус техникаға көйләнеү. Икенсе этап – МАЗ шассийын етештереү, артабан уларҙы, шулай уҡ комплектланған йөк машиналарын һатыу. Белоруссия партнерҙары йылына меңгә тиклем йөк автомобиле етештергән берлектәге предприятие асыу мөмкинлеген ҡарарға әҙер, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

– “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте нигеҙендә техника етештереүҙе ойоштороу барышында мөлкәткә һалым түләүҙән азат итеү, ойошмалар табышына һалым буйынса түбәнәйтелгән ставканы һәм инвестиция һалым ҡайтармаһын ҡулланыуға дәүләт ярҙамы саралары күҙ уңында тотола. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, инвестор ер биләмәһен сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға ала, – тине сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Башҡортостанға 250-нән ашыу автоүҙбушатҡыс, 200-ҙән ашыу юл машиналары, 127 һепереү-йыйыштырыу машинаһы, йәнә юл эштәре өсөн 100 техника берәмеге кәрәк. Республикала шасси етештереү ҡулайламаларҙы локаль етештереүселәрҙең компетенцияһын үҫтереү, шулай уҡ ошо өлкәләге ихтыяжды тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: