Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә үҙенең сәнәғәт һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы.
Мәғлүм булыуынса, төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса Башҡортостан илдә тулайым эске продуктының яртыһынан ашыуын етештергән алдынғы төбәктәр тиҫтәһенә инә.
Инвестиция әүҙемлеге буйынса республика уңайлы шарттар тыуҙырылған биш көслө төбәк иҫәбендә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса ла Рәсәй төбәктәре рейтингында Башҡортостан тәүге өсәү араһында.
Быйыл Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы төҙөгән рейтингта алдынғы төбәк позицияһын йәнә раҫланы.
– Бындай ҡаҙаныштар Башҡортостан иҡтисадының күп тармаҡлы структураһы һәм бизнестың юғары инвестиция әүҙемлеге итеүе менән бәйле, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Ул 2022 йылда көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар йыйылмаһында сәнәғәткә булышлыҡ итеүгә айырым иғтибар бүленеүен билдәләне.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press