Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июль 2022, 20:30

“Ағиҙелгә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең махсус программаһы кәрәк”

"Ағиҙел кешеһе һигеҙ йылдан һуң" тигән стратегик рапид-форсайт сессия үтте.

“Ағиҙелгә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең махсус программаһы кәрәк”
“Ағиҙелгә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең махсус программаһы кәрәк”

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел ҡалаһында "Ағиҙел кешеһе һигеҙ йылдан һуң" тип аталған стратегик рапид-форсайт сессия үтте. Унда 50-нән ашыу кеше ҡатнашты, араларында төрлө һөнәр вәкилдәре, йәмәғәтселек фекере лидерҙары, эшҡыуарҙар, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре бар. Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм Стратегик эшләнмәләр үҙәге ойошторҙо.

Ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуанов сессияла ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән мөрәжәғәт итте. Ул ҡаланың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң иң көнсығышында урынлашҡан булараҡ, Ағиҙел йылға портын, етештереү эшмәкәрлеге урынлаштырырлыҡ буш биләмәләре булғанын, транспорт барлығын, эре ҡалалар менән сиктәшлеген ул төп өҫтөнлөктәр тип билдәләй.

Сара барышында ҡатнашыусылар туризм, эшҡыуарлыҡ, һанлаштырыу, социаль блок, сәнәғәт һәм экология, ҡала инфраструктураһы йүнәлештәре буйынса алты тематик командаға бүленде. Бергә башҡарған эштең һөҙөмтәһе булып ҡала үҫеше моделдәрен тәҡдим итеү торҙо. Башҡортостандың Стратегик эшләнмәләр үҙәге эксперттары уларҙы ҡарап сығып баһаланы.  

Эре бизнестың барлыҡҡа килеүе бәләкәй предприятиеларҙың үҫешенә һәм уларҙың, бер яҡтан, үҙ-ара һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүенә, икенсе яҡтан, эш менән тәьмин ителгән халыҡтың ялы һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе инфраструктураһын булдырыуға булышлыҡ ҡыла. Ағиҙел йылғаһының торлаҡ кварталдарына яҡын булыуы, дөйөм алғанда, асыҡ һауала ял итеүҙең, туризмдың һыу төрҙәрен үҫтереү мөмкинлектәре бирә ала. Шулай уҡ ҡалала етештереү менән туранан-тура бәйле булмаған эшҡыуарлыҡты, мәҫәлән, IT-индустрияны, йәлеп итер өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Командалар тәҡдим иткән проекттар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнеп, синергия барлыҡҡа килтерә, тип билдәләне белгестәр.

Командаларҙағы эш һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ағиҙелдәрҙең ҡаланың киләсәген формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы, уның үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу менән ҡыҙыҡһыныуы мөһим, тип билдәләне. Ҡалала бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа баҫым яһап, махсус иҡтисади зона булдырырға кәрәк, тигән фекер ҙә әйтте.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

“Ағиҙелгә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең махсус программаһы кәрәк”
“Ағиҙелгә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең махсус программаһы кәрәк”
“Ағиҙелгә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең махсус программаһы кәрәк”
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: