Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июль 2022, 15:45

Үҫеш корпорацияһы йомғаҡ яһаны

Йылдың тәүге яртыһында 77 яңы проект ғәмәлгә индерелгән.

Үҫеш корпорацияһы йомғаҡ яһаны
Үҫеш корпорацияһы йомғаҡ яһаны

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы 2022 йылдың тәүге яртыһы өсөн инвесторҙар менән эшкә йомғаҡ яһаны. 30 июнгә ҡарата корпорация 121 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был күрһәткес бер ярым тапҡырға артҡан. Быйыл тәүге яртыйыллыҡта 77 яңы проект ғәмәлгә индерелгән.

– Беҙҙең команда проекттарҙы бөтә этаптарҙа ла комплекслы тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ күрһәтә. “Берҙәм тәҙрә” форматында эшләйбеҙ, инвесторҙарға консультация бирәбеҙ, отошлораҡ алымдарҙы тәҡдим итәбеҙ, майҙансыҡтар һайлауҙа ярҙам күрһәтәбеҙ. Системалы эш һөҙөмтәһендә әле 24 инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде, ә һигеҙе күләмле проект тип танылды. Бынан тыш, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу шарттары тураһында ла килешеү төҙөлдө, – тине Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Үҫеш корпорацияһы потенциаль инвестиция майҙансыҡтары реестрын төҙөү буйынса эште дауам итә. Реестрҙы тулыландырыу маҡсатында муниципаль берәмектәр һәм майҙансыҡ хужалары менән бәйләнеш булдырылған. Ғинуарҙан июнгә тиклемге мониторинг йомғаҡтары буйынса 392 потенциаль инвестиция майҙансығының  паспорты төҙөлгән. Ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләү өсөн майҙансыҡты 360 форматында төшөрөү кеүек алым ҡулланыла. Ул “АСИ Смартека” порталының иң яҡшы тәжрибәләре каталогына индерелгән.

Шулай уҡ йылдың тәүге яртыһында 17 проекттың финанс моделе һәм бизнес-планы әҙерләнгән.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: