Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Ижевскиҙа үткән Волга буйы федераль округы Советының төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса ултырышында ҡатнашты.
Сараны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Көн тәртибендә – иҡтисади үҫеш мәсьәләләре, санкция шарттарында халыҡҡа һәм бизнесҡа ярҙам итеү буйынса төбәк саралары, шулай уҡ округ төбәктәрендә "Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу.
Ултырышты асып Игорь Комаров, дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округындағы хәлгә сағыштырмаса тотороҡлолоҡ хас һәм ул, ғөмүмән, Рәсәйҙәге тенденцияларға тап килә, тип билдәләне. Көсөргәнешлек килеп тыуыуы мөмкин булған хеҙмәт баҙары торошона айырым иғтибар бүленәсәк.
Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле мөһим тауарҙарға, дарыуҙарға һәм медицина изделиеларына хаҡтарҙы, уларҙың магазиндарҙа булыуын даими күҙәтеп тороу кәрәклеген айырып билдәләне. Ул шулай уҡ төбәк етәкселәренә дәүләт ярҙамы саралары буйынса бизнес һәм граждандарға мәғлүмәт биреү эшен көсәйтергә ҡушты.
Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү механизмдарының һөҙөмтәлелеге хаҡында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һөйләне.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Иҡтисад тармаҡтары эшен координациялау һәм Башҡортостанда йәшәүселәргә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб, шулай уҡ Импортҡа алмаш һәм импорт менән тәьмин итеү үҙәге эшләй.
"Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышыу барышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, бөтә төбәктәрҙә лә объекттар төҙөлә һәм капиталь ремонт үткрелә, балалар сәнғәт мәктәптәрен һәм колледждарын музыка ҡоралдары, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, китапханалар яңынан йыһазландырыла, тип билдәләне.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ул Волга буйы федераль округында дәррәү тормошҡа ашырылған ике федераль проектҡа айырым туҡталды. "Рәсәйҙә уйлап сығарылған" программаһы буйынса бөтә илдә креатив индустриялар мәктәптәре төҙөлә. Уҡыу йылы башында ошондай һигеҙ учреждение асылып, шуларҙың береһе Башҡортостанда буласаҡ. “Төбәктәрҙә "Пушкин картаһы" программаһы ла әүҙем ҡулланыла”, – тине Ольга Любимова.
Совет ултырышы тамамланғас, Игорь Комаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ижтимағи әһәмиәтле проекттарҙы хуплауға һәм тормошҡа ашырыуға индергән өлөшө өсөн Рәсәй Президентының рәхмәт хатын тапшырҙы.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti