Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июль 2022, 13:30

Сергей Греков осрашыуҙар үткәрҙе

“Иннопром” яңы һатыу баҙарҙарына сығырға ярҙам итә

Сергей Греков осрашыуҙар үткәрҙе
Сергей Греков осрашыуҙар үткәрҙе

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле – Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков Екатеринбургтағы “Иннопром – 2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә республикабыҙҙың халыҡ-ара эшмәкәрлеген үҫтереү һәм сит ил партнерҙары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу йүнәлешендәге бер нисә осрашыу үткәрҙе. 

Элегерәк төҙөлгән килешеүҙәрҙең йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең Иран Ислам Республикаһындағы сауҙа вәкиле Рөстәм Йыһаншин менән осрашыу булды.

– Беҙ Башҡортостан һәм Иран араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алыштыҡ. Республика Хөкүмәте рәсми делегацияһының Тегеранға сәфәрен ойоштороуҙы ентекле тикшерҙек, – тине Сергей Греков.

Сергей Греков Рөстәм Йыһаншин менән “Рәсәй–Әрмәнстан–Иран” сессияһында ҡатнашты. Унда яңы халыҡ-ара сауҙа шарттарында сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү мөмкинлеге ҡаралды.

Рәсәйҙең Аргентиналағы сауҙа вәкиле Виталий Кондратенко менән һөйләшеүҙә Башҡортостан нефть һәм газ комплексы компанияларын, шул иҫәптән заманса технологияларҙы үҫтереү юлы менән, Аргентина баҙарына сығарыу мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. “Түңәрәк өҫтәл” артында Әзербайжан вәкилдәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм республиканың агросәнәғәт предприятиеларында тормошҡа ашырыу өсөн коммерция тәҡдимдәре тикшерелде.

– “Иннопром” кеүек халыҡ-ара тармаҡ күргәҙмәләрендә ҡатнашыу яңы һатыу баҙарҙарына сығырға һәм бизнес менән Башҡортостан араһында ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ярҙам итә, – тине Сергей Греков.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: