Иҡтисад
8 Июль 2022, 17:30

Ғалимдар юғары баһа бирҙе

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.

Ғалимдар юғары баһа бирҙеҒалимдар юғары баһа бирҙе
Ғалимдар юғары баһа бирҙе

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты, академик Александр Сергеев Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына ингән Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.

Ул вертолет двигателдәре компоненттарын етештереү үҙәгенең эше менән танышты. Был үҙәк берекмәләге заманса производстволарҙың береһен тәшкил итә. Бында 200-ҙән ашыу станок һәм эшкәртеү үҙәге иҫәпләнгән дүрт участкала 800-гә яҡын кеше эшләй. Улар КА, МИ вертолеттары өсөн двигателдәрҙең төп узелдарын сығара, осоу аппараттарының перспективалы моделдәре өсөн яңы системалар етештереүҙе лә үҙләштерә.

"Үҙәк 2018 йылда ойошторолдо, уны асыу тантанаһында ил Президенты Владимир Путин ҡатнашты. Дүрт участканың барыһы ла ике йыл элек файҙаланыуға тапшырылды, уларҙың дөйөм проект ҡеүәте йылына 300 мотор комплекты сығарыу мөмкинлеген бирә", – тине “ОДК-УМПО”-ның идарасы директоры урынбаҫары – техник директоры Сергей Симонов.

Ғалимдар Өфө мотор эшләүселәренең ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.

"Предприятие вәкилдәренән өмөтлө һүҙҙәр ишеттем: улар двигателдәр етештереүҙе кәрәгенсә арттыра ала, – тине Рәсәй Фәндәр академияһының президенты, академик Александр Сергеев. – Хәҙер беҙ яңы материалдар, когнитив технологиялар, артабан һанлаштырыу һәм яһалма интеллект хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә автоматтарҙың ни тиклем һөҙөмтәле эшләгәнен күрҙем. Ә иретеп йәбештереү сифатын яҡшыртыу, ошо эште тиҙләтеү өсөн ғәмәли фәндәге башланғыстарҙы файҙаланырбыҙ. Ошо йүнәлештә хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ".

Александр Сергеев мотор эшләүселәрҙең илдәге юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеге тураһындағы мәсьәләгә айырым иғтибар бирҙе.

"Бында Өфө дәүләт авиация техник университеты тәүге планға сыға. Күптән түгел генә ул алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре конкурсында еңгәйне. Алға киткән Санкт-Петербург университеттары менән үҙ-ара эшмәкәрлекте лә билдәләргә кәрәк. Производствола яһалма интеллектты үҫтереү фарыз. Мин Өфөгә бер нисә аҙна элек килгәйнем, шунда Өфө дәүләт авиация техник университетында йәштәрҙең заманса технологиялар менән ни тиклем мауығыуын күрҙем. Был бик шәп, тап ошонда фән менән производство бергә ҡушыла", – тине ул.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас