Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июль 2022, 11:17

Болондарҙа – бесән еҫе

Уңғандар ҡолас йәйеп үлән саба.

Рәмил Бәхтийәров бесән әҙерләй
Рәмил Бәхтийәров бесән әҙерләй

Быйыл республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге аграрийҙары өсөн йыл уңышлы килә. Ниһайәт, нисәмә йыл рәттән ҡабатланған ҡоролоҡтан һуң ер иркен тын алды. Йыш яуған ямғырҙар ергә Йәншишмәнең шифалы тамсылары кеүек һибелеп, тирә-яҡты йәшеллеккә күмде. Болондарҙағы төрлө сәскәләрҙең матурлығынан күңел ҡыуана, ундағы бесән, әрем еҫенән баш әйләнә. Ауыл хужалығы эшсәндәре бесәндең мул булыуына һөйөнөп кенә ҡалмай, тиҙ арала мал аҙығы әҙерләүгә тотонған, сөнки әле бесәндең иң һутлы сағы, шуға күрә рәхәтләнеп сабырға мөмкин.

Йылайыр районы хужалыҡ­тарында ла бөгөн төп көс мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлдерелгән. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, шәхси ихатала мал тотоусылар ҙа, йәйҙең һәр аяҙ көнөн файҙаланып, болонлоҡтарҙа бесән әҙерләй.

Райондың ауыл хужалығы ида­ралығы начальнигы Даян Юлдыбаев белдереүенсә, әле күпселек хужалыҡтар, шул иҫәптән шәхси ихатала йәшәгән кешеләр мал аҙығы әҙерләү кампанияһын баш­лаған. Район буйынса 10 мең тоннанан ашыу бесән әҙерләү бурысы ҡуйылған, әле шуның мең тоннанан ашыуы тупланған. Бер баш малға шартлы рәүештә 25 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнәсәк. Мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләренә арналған район кәңәшмә-семинары Марат Абдуловтың крәҫтиән (фермер) хужалығында ойошторолған.

Әйткәндәй, бесәндең мул сағында күп хужалыҡтар ике йылға етерлек мал аҙығы тупларға йыйына. Ни тиһәң дә, үткән йылдағы ҡоролоҡ ауыл эшсәндәренә оло һынау ҡуйҙы. Йылайыр районында тәүгеләрҙән булып бесәнгә төшкән Марат Абдулов, Кристина Әптекова һәм Рәмил Бәхтийәровтарҙың ҡураһында бесән төргәктәре көндән-көн күберәк өйөлә бара.

Яманһаҙ ауылы фермеры Рәмил Бәхтийәровты беҙ сабын­лыҡта яңғыҙын ғына осраттыҡ. Өр-яңы МТС тракторына “Полесье” агрегаты тағып, рәхәтләнеп хуш еҫле бесән сабып, шунда уҡ төргәктәргә йыйып бара. Күҙ күреме болонлоҡта әллә күпме бесән төргәктәре күренә. “Быйыл үлән нисек?” тигән һорауыма “Шәп!” тип көр тауыш менән яуап бирҙе.

– Былтыр ошо майҙандан ни бары алты төргәк бесән сыҡһа, ана, үҙегеҙ күрәһегеҙ, быйыл күпме тәгәрәшеп ята. 70 рулон булды, тағы ла саба торған ер бар. Күптәр минең мал аҙығын яңғыҙ әҙер­ләүемә аптырап ҡарай. Тракторға ултырҙың да саптың, артыңдан бесән өйөмдәре шунда уҡ төр­гәктәргә төрөлә бара. Бер ниндәй ауырлығы юҡ, – ти Рәмил Йәүҙәт улы.

Малсылыҡ йүнәлешендә үҙ эшен асҡан уңған йүнселдәрҙең береһе ул. Әле 130-ға яҡын һыйыры бар, улар ауылдан йыраҡ йәйләүҙә көтөлә. Эшҡыуар малдарын итләтә һатыуҙы хуп күрә һәм шуның өсөн уларҙы быҙауҙары менән бергә көтә. “Һөт һауыу, уны ҡайҙалыр тапшырыу күп осраҡта табышлы булыуға ҡарағанда, киреһенсә, отошһоҙ килеп сыға. Аҡсаһын алыу буйынса ла мәшәҡәттәре күп, ә ит көйөнсә һатһаң, күпкә отошло. Һораусылар һәр саҡ бар, продукцияның хаҡы ла юғары, ти.

Яманһаҙ фермеры малдарына фураж һәм һаламды ошо уҡ ауылда үҫемлекселек тармағында эш алып барған Морат Иҫәндәү­лә­товтан ала. Бер-береһенә ярҙам­лашып, кәрәк саҡта үҙ-ара терәк булып йәшәй ауыл уңғандары.

-  Кәримә УСМАНОВА

 Йылайыр районы

Читайте нас: