Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков ОДК-УМПО-ның етештереү-технология үҙәгендә булды. Ул “Ми” һәм “Ка” машиналарына ҡуйылған вертолет двигателдәре компоненттарын сығарыуға йүнәлтелә.
Үҙәктең тәүге участкаһы 2018 йылда эшләй башлаған. Унда сопло аппараттарын һәм ВК-2500 двигателдәрен турбиналарын етештереү һәм йыйыу үҙләштерелгән. 2018 йылдың ғинуарында предприятиеға Рәсәй Президенты Владимир Путин килгән. Ул производствоның техник йыһазландырылыуына һәм ойошторолоуына юғары баһа биргән.
Үҙәктең икенсе участкаһы 2020 йылда асылған. Ул яныу камералары узелдарын сығарыуҙа махсуслаша. Өсөнсө һәм дүртенсе участкаларҙа ҡорос, титан иретмәләренән деталдәр, шулай уҡ двигатель приводтары ҡумтаһы етештерелә.
Радий Хәбиров менән Анатолий Сердюков етештереү майҙансыҡтарын, продукция өлгөләрен ҡарап сыҡты, шулай уҡ Өфө моторҙар эшләү берекмәһен үҫтереү йүнәлештәрен тикшерҙе.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press