Бөгөн Бөрө районына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Дудин аҙыҡ-түлектәре” агросәнәғәт предприятиеһында булды.
Шәхси эшҡыуар Андрей Дудин 14 йыл самаһы ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, иттән эшләнгән ярым полуфабрикаттар, колбаса, икмәк, кондитер изделиелары, һөт ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнә. Ойошмала - 150 хеҙмәткәр.
Тауар ассортиментына 100-ҙән ашыу төр колбаса, ит аҙыҡтары, 150 төр икмәк, кондитер изделиелары инә. Продукция "Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" билдәһе менән билдәләнгән һәм Бөрө магазиндарына, шулай уҡ Өфөнөң мәктәпкәсә учреждениеларына, сауҙа нөктәләренә килтерелә.
"Беҙ бер урында тормайбыҙ, ә етештереү ҡеүәттәрен даими киңәйтәбеҙ. Һөт йүнәлешен үҫтерәбеҙ — 200 һауын һыйыры тәүлегенә 2,5 тонна һөт бирә, унан ҡаймаҡ, эремсек, май әҙерләйбеҙ. Продукция етештереүҙең һәр этабы сертификацияланған лаборатория контроле үтә", — ти Андрей Дудин.
Башҡортостан Башлығы продукцияның сифатын юғары баһаланы.
— Һеҙ бик сифатлы продукция етештерәһегеҙ, ә уны һатыу өсөн ҙур ҡалаларҙа яңы сауҙа нөктәләре асырға кәрәк. Тәү сиратта - Өфө, беҙ яуаплы эшҡыуарҙарға ярҙам итәсәкбеҙ, — тине Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.