Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июль 2022, 11:45

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса махсус программа кәрәк

Һигеҙ йылдан Ағиҙел ҡалаһы ниндәй буласаҡ? Белгестәр ошо һорауға яуап эҙләне.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса махсус программа кәрәк
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса махсус программа кәрәк

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Ағиҙел ҡалаһында «Һигеҙ йылдан Ағиҙел кешеһе» стратегик сессияһы үтте. Унда биш тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашты, улар араһында төрлө эшмәкәрлек алып барғандар бар ине: йәмәғәтселәр, эшҡыуарҙар, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре. Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге ойошторҙо.

Ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуанов үҙ сығышында ҡаланың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне.

— Ағиҙел — башҡаларға оҡшамаған тарихы булған ҡала һәм уның үҫеше стандарт булмаған алымдар ҡулланыуҙы талап итә. Беҙ бергәләп уңайлы йәшәү мөхите булдырыу өсөн ҡарарҙар әҙерләй алырбыҙ тип ышанам, — тине ул.

Сара барышында ҡатнашыусылар туризм, эшҡыуарлыҡ, һанлаштырыу, социаль өлкә, сәнәғәт һәм экология, ҡала инфраструктураһы йүнәлештәре буйынса алты тематик төркөмгә бүленде. Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге эксперттары тарафынан ҡаралған һәм баһаланған ҡала үҫеше моделдәрен тикшерҙеләр.

Эре бизнестың барлыҡҡа килеүе бәләкәй предприятиеларҙың үҫешенә ыңғай тәьҫир итәсәк, эш урындары күбәйәсәк, ҡулланыусылар хеҙмәте инфраструктураһын булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Ағиҙел йылғаһының торлаҡ йорттарға яҡын булыуы, дөйөм алғанда, асыҡ һауала ял итеүҙең һәм туризмдың һыу төрҙәрен үҫтереү өсөн мөмкинлек бирәсәк.

Шулай уҡ ҡалала етештереү менән туранан-тура бәйле булмаған бизнесты, мәҫәлән, IT-индустрияны йәлеп итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Төркөмдәр тәҡдим иткән ҡарарҙар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән, тип билдәләне белгестәр.

Эш һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Ағиҙел халҡының ҡаланың киләсәген формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашыуының мөһимлеген һәм уның үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыуҙа ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.

«Ҡалала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереп, дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле саралар һәм ҡоралдар менән тәьмин итеп, бизнес өсөн отошло ташламалы махсус иҡтисади зона булдырырға кәрәк», — тине министр.

Фотолар Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан алынды.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса махсус программа кәрәк
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса махсус программа кәрәк
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса махсус программа кәрәк
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: