Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль 2022, 09:00

Дүртөйлөлә бесән күп!

Ә һеҙҙең яҡта нисек, дуҫтар?

Дүртөйлөлә бесән күп!
Дүртөйлөлә бесән күп!

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәрҙә бик әүҙем. Ул ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу мәл – мал аҙығы әҙерләү мәлен фотоға төшөрөп һалған.

“Фотоларҙа "Вәлиева" тоҡомло мал хужалығы. Ауыл хужалығы эшсәндәре мал аҙығы әҙерләй. Әлегә барыһы ла планға ярашлы бара – һауа торошо һөйөндөрә, шуға күрә ваҡытында бесән сабырға, сифат өсөн эшләргә мөмкин. Быларҙың барыһы ла ҡыш һөттөң етештереүсәнлеген тәьмин итәсәк, малдарҙың ауырлығы артыуы, әлбиттә, яҡшы мал аҙығы базаһына бәйле.

Фотоһүрәттә — Түбәнге Ҡалҡаш ауылынан механизатор Илфаҡ Ғәзетдинов. Иң тәжрибәле эшселәрҙең береһе — 30 йылдан ашыу ошо хеҙмәттә. Көн һайын 80 гектар самаһы бесән сабып тора. Ундай кешеләр тураһында яҙыу һәр ваҡыт ҡыуаныслы – яуаплы, тырыш, үҙ эшенә тоғро”, - тип яҙҙы Риф Йосопов.

Һандарға туҡталайыҡ: районын хужалыҡтары 53 мең тонна сенаж йыйып алды, был планлаштырылғандың яртыһынан күберәген тәшкил итә, ә бесәндең күләме 1700 тоннаға етте.

Фотолар Риф Йосоповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Дүртөйлөлә бесән күп!
Дүртөйлөлә бесән күп!
Дүртөйлөлә бесән күп!
Дүртөйлөлә бесән күп!
Дүртөйлөлә бесән күп!
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: