

Башҡортостан Хөкүмәте урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо арала күпселек райондарҙа булып, ауыл хужалығы предприятиеларының эше менән танышты. Һуңғы эш сәфәре барышында ул Ҡариҙел райондарының Балтас, Асҡын ауыл хужалығы предприятиеларында сәсеүлектәрҙең торошон баһаланы, мал аҙығын йыйыу күләме, ауыл хужалығы техникаһының торошо менән ҡыҙыҡһынды.
Балтас районында Илшат Фәзрахманов “А7 Агро-РБ”, “Правда”, “Богдан”, “Рәсәй” һәм башҡа предприятиеларҙың баҫыуҙарын ҡараны. Әлегә был районда мал аҙығы культуралары менән планлаштырылған участкаларҙың дүрттән бер өлөшө сабылған.
Беҙҙең республика ҙур һәм уның төрлө өлөштәрендә климат айырыла, төньяҡта бөгөн күпкә һалҡыныраҡ, көньяҡ райондарға ҡарағанда ямғыр күберәк яуа. Бөгөн игенселәр баҫыуҙарҙа эшләү өсөн ҡояшлы көндәрҙең һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша, – тине ул.
Әлеге райондарҙа бәләкәй хужалыҡтар һәм фермерҙар яҡшы үҫешә, ауыл ерендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа грант ярҙамының һөҙөмтәлелеген күрәбеҙ, тип баһа бирҙе Илшат Фәзрахманов.
Беҙ иһә мал аҙығы әҙерләү барышы менән танышыр өсөн Краснокама районына юл тоттоҡ. Бында эш йылдам бара. Шулай уҡ бесәндең өстән бер өлөшө әҙерләнгән.
Эш сәфәре “Рубин” хужалығының баҫыуынан башланды. Беҙҙе бында механизатор Нәвис Ҡадыров ҡаршы алды.
– Әлегә баҫыуҙың дүрттән бер өлөшө сабылды. Эште тиҙерәк бөтөп, баҫыуҙы икенсегә сабыуға әҙерләргә кәрәк. Быйыл бесән һәйбәт, шуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Былтыр ошо уҡ 50 гектарлыҡ баҫыуҙан 67 төргәк бесән алһаҡ, быйыл 170 төргәк келәткә оҙатылды ла инде. Баҫыуҙа дүрт кеше эшләйбеҙ. Ике кеше “КамАЗ”-да, бер кеше тейәй, берәү саба. Көндәр һәйбәт торһа, ошо көндәрҙә эште тамамлап, икенсе баҫыуға төшөргә ине иҫәп, – ти механизатор.
“Восход” хужалығында ла эш ҡайнай. Баҫыуҙа Руслан Вайтуков кипкән бесәнде төргәктәргә йыйып йөрөй ине. Краснокама районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рәдиф Әҡсәнов Руслан Вайтуковты күптән белә.
– Уңған, һәр нәмәгә өлгөрөп, эшен еренә еткереп эшләгән кешеләрҙең береһе, – тип маҡтай.
Ысынлап та шулай булып сыҡты. Руслан был хужалыҡта миҙгелле эштәрҙә ярҙамлаша һәм етенсе йыл иң ҡыҙыу мәлдә баҫыуға сыға.
– Мин Себер тарафтарында эшләйем. Ике ай ял ваҡытында хужалыҡҡа килеп ярҙамлашам. Бала саҡтан эшләп үҫкәс, бер аҙна ял да күп кеүек тойола. Дүрт балабыҙ бар. Өлкәнебеҙ Денисты быйыл хәрби хеҙмәткә оҙаттыҡ. Ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе – студент, ике балабыҙ мәктәптә уҡый. Ә үҙем ниндәй генә техникаға ултыртмаһындар, баш тартмайым. Шуға хужалыҡҡа гел ярҙамға килергә әҙермен, – тип оҙатып ҡалды Руслан.
“Восход” хужалығында иһә 300-ҙән ашыу баш мал тоталар. Әлеге мәлдә малдарҙы йәйләүгә сығарғандар. Ошо ваҡыт менән файҙаланып, фермаларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр. Ветеринария идаралығынан белгестәр Ирек Хәйҙәров менән Эльвир Хәкимов дарыуҙар ярҙамында ферманың эсен зарарһыҙландыралар. Был малдарҙың ҡышын ауырыуын, төрлө йоғошло ҡәһәрҙең ҡағылмауын иҫкәртә.
Ғилфанов крәҫтиән (фермер) хужалығының идарасыһы Валерий Зайцев ауыл хужалығында егерме йылдан ашыу эшләй һәм бар нескәлектәрҙе белә. Был хужалыҡ быйыл көҙгә тағы ла йөҙ баш мал алырға ниәтләй, шуға мал әҙерләүгә етди ҡарай. Әлеге мәлдә 320 баш мал бар, шуларҙың 150-һе – һауын һыйыры. Көн һайын ике тонна һөт һауып алып, Краснокама районында яңыраҡ эшләй башлаған һөт заводына тапшыралар.
– Быйыл бесән былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Былтыр ошо баҫыуҙан 120 төргәк алһаҡ, быйыл әле баҫыуҙың дүрттән бер өлөшө генә сабылды, ә 220 төргәкте алып ҡайтып та ҡуйҙыҡ. Миңә ҡалһа, һөт ҡайҙа етештерелә, шунда һатылырға ла тейеш. Беҙҙең һөттө район халҡы эсә. Ҡаймаҡ, эремсек, йогурттарҙы ла беҙҙең һөттән эшләп һатыуға сығаралар. Тәбиғи продукт һәм үҙ ерлегеңдә етештерлгән булғанға файҙалыраҡ та тип һанайым, – ти Валерий Зайцев.
Әйткәндәй, Валерий Зайцев һәр яҡтан тәбиғилек яҡлы. Быйыл орлоҡҡа тип сәселгән 80 гектар арпа баҫыуына һыйыр тиҙәге индергәндәр. Барлыҡ технологияларҙы иҫәпкә алып эшләгәндәр һәм һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәт ҡалғандар.
– Быйыл мал һанын арттырырға йыйынғас, силосты ла, сенажды ла күберәк эшләп ҡуясаҡбыҙ. Сенажды 1500 тонна, бесәнде 1700 төргәк әҙерләп ҡуясаҡбыҙ. Үҙебеҙгә мал аҙығы 800 тонна кәрәк булһа ла, киләһе йылдың нисек булырын берәү ҙә әйтә алмай, шуны күҙ уңында тотоп, бесән мул саҡта етәрлек итеп әҙерләп ҡалырға тырышабыҙ. Механизаторҙар Виталий Сатеев, Станислав Щитов тырышып эшләйҙәр. Көндөң бер сәғәте лә бушҡа китмәй, – тип оҙатып ҡалды етәксе.
Краснокама районының иң көслө хужалыҡтарының береһе – “Алға” тоҡом малы хужалығы заводы” етештереү кооперативы гел алға ғына ҡарап йәшәүгә йүнәлеш алған. Был – хужалыҡтың етәксеһе Рифҡәт Хәтмуллиндың тырышлығы.
Мал аҙығы әҙерләү кампанияһын уңышлы үткәреп ебәреү өсөн хужалыҡта техника һәм эшсе ҡулдар етәрлек. Көҙгөлөккә мал һанын 1825 баштан йәнә ике мең башҡа арттырырға йыйыналар. Ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малын үрсеткән тоҡомло хужалыҡҡа аҙығы ла күп кәрәк. Көн һайын яҡынса 80 тонна бесән эшләнә. Әле 450 тонна запас тупланған. Хужалыҡҡа ҡышты иркен сығыр өсөн 1800 тонна бесән, 6 мең тонна силос, 17 мең тонна һалам кәрәк.
– Беҙҙең һыйырҙарҙы һәйбәт ашатырға кәрәк. Тоҡомло мал үҙенә айырым ҡараш талап итә. Көнөнә 20 – 25 литр һөт биреү ҡеүәтенә эйә улар. Бесәнгә 25 июндә төштөк. Беҙҙең маҡсат – бер баш малға 40 центнер бесән әҙерләү. Техниканы ҡыҙыу эш мәленә әҙерләп ҡуйҙыҡ. Мал аҙығы әҙерләүгә 140 тонна яғыулыҡ кәрәк буласаҡ, – тип һөйләй Рифҡәт Хәтмуллин.
Хужалыҡта сенаж әҙерләүҙең үҙ нескәлектәре һәм серҙәре бар. Мәҫәлән, уның дымлылығы 60 процент булырға тейеш. Консерванттарҙы ла бер урындан ғына алмайҙар, төрлөһөн алып, һынап ҡарайҙар. Тығыҙлыҡ һәм өҫкө япманың ҡара булыуы сифатлы мал аҙығы әҙерләүҙең нигеҙе булып тора.
Рифҡәт Хәтмуллин ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған. “Алға”ны егерме йылға яҡын етәкләй. Көрсөккә килеп терәлгән хужалыҡты ул ошо йылдар эсендә алдынғылар иҫәбенә сығарған һәм, йүгәнде ҡулында ныҡлы тотоп, бары тик алға ынтылып йәшәй. Илеш егете Рифҡәт Хәтмуллин, бынан 30 йылдан ашыу элек Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, Краснокама яҡтарына йүнәлтмә буйынса эшкә килгән. Ауыл халҡы араһында абруйы көслө, олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә уны.
Хужалыҡтың төп йүнәлеше – тоҡомло мал үрсетеү һәм үҫемлекселек. Хужалыҡтың 9325 гектар ере бар, шуның 5200 гектары – һөрөнтө ерҙәр. Быйыл ярауай культуралар, арпа, көнбағыш, вика һәм башҡаһын сәскәндәр.
– Ауыл эшсәндәре менән донъя йөгөн бер булып тартҡанда ғына уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рифҡәт Ҡәүей улы. – Шөкөр, мин уларҙан уңдым, тырыш, эш һөйөүсән булыуҙары ҡыуандыра. Ялҡауҙарға беҙҙә урын юҡ. Илке-һалҡылыҡ – беҙҙең өсөн ят күренеш.
Был ысынлап та шулай. “Алға”ла тик ышаныслы кешеләр генә эшләй. Мәҫәлән, Вадим Байтимеров – ишле ғаилә башлығы, тырыш һәм уңған егет. Бала сағынан колхоз эшенә, техникаға тартыла. Емертеп донъя көтә. Төпсөк балалары – игеҙәктәр. Артем менән Антон ҡул араһына ингән. Аталары кеүек техниканы үҙ итәләр. Артем иһә быйыл йәйге ялын атаһына баҫыу эштәрендә ярҙам итеп үткәрергә ниәтләй.
Механизаторҙар Александр Нурлиев, Нәғим Шәймәрҙәновтар ҙа – Рифҡәт Ҡәүей улының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары.
Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы бөтә республика буйынса әүҙем бара. Бер-ике аҙнала эш тамамланасаҡ, тип күҙаллай Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре. Һауа торошо ғына тотороҡло булһын, тип теләй ауыл эшсәндәре.
Лилиә НУРЕТДИНОВА