Иҡтисад
12 Июль 2022, 16:45

Хәҙерҙән әҙерләнә башлайҙар

"Иннопром" күргәҙмәһе беҙгә күпте бирҙе.

Хәҙерҙән әҙерләнә башлайҙарХәҙерҙән әҙерләнә башлайҙар
Хәҙерҙән әҙерләнә башлайҙар

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика делегацияһының “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендәге эшенә йомғаҡ яһалды. Сара 4 июлдән 7-һенә тиклем Екатеринбургта уҙҙы.

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, республика экспозицияла тәүге тапҡыр үҙенең стендын тәҡдим итте, уларҙы “Башҡортостан сода компанияһы” менән партнерлыҡта ойошторҙолар. Ул төбәктең сәнәғәт һәм технопарктарына, шулай уҡ кластер башланғыстарына арналды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың мебель кластеры федераль кимәлдә рәсми статус алған да инде.

Радий Хәбиров етәкселек иткән делегация составына министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ республиканың 35 предприятиеһы вәкилдәре инде. Улар “Иннопром” эшлекле программаһының бик күп сараларында ҡатнашты.

Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингы йомғаҡтары менән таныштырыу күргәҙмә майҙансығында төп ваҡиғаларҙың береһе булды. 2021 йыл буйынса Башҡортостан беренсе урынды һаҡлап ҡалды һәм рейтингты төҙөй башлағандан алып уның лидеры булды.

4 июлдә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡатнашлығында “Сәнәғәт күсеүе: лидерҙар тәжрибәһе” төп стратегик сессияһы үтте.

“Иннопром” майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең сәнәғәт һәм технологиялар министры урынбаҫары Хәсән Бюйюкдеде менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Бынан тыш, Беларусь Республикаһының сәнәғәт министры Петр Пархомчик менән һөйләшеүҙәр үткәрелде, унда Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы “Минск автомобиль заводы” менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Ҡаҙағстан предприятиелары етәкселәре менән дә уртаҡ проекттар ҡаралды.

5 июлдә беренсе вице-премьер - республиканың иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төбәктең сәнәғәт һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы. Унда Беларустан, Төркиәнән, Венгриянан, Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнашты.

“Иннопром” сиктәрендә “Йылдың йәш сәнәғәтсеһе” премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

–Туймазыла “Корона” предприятиеһы директоры урынбаҫары Алмаз Мәмлиев, илдең 85 төбәгенән 400-ҙән ашыу көнәркәште уҙып, икенсе урын яуланы, – тип билдәләне Александр Шельдяев. - Премияға шулай уҡ республика вәкилдәре Абдумалик Рәхимов менән Альберт Кайбышев лайыҡ булды.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәте, профилле министрлыҡтар, ведомстволар коллективтарына төбәк делегацияһын “Иннопром” программаһында әҙерләү һәм ҡатнашыу буйынса һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт әйтте.

– Күргәҙмә беҙҙең өсөн бөтә яҡтан да файҙалы булды. Илдә һәм сит илдәрҙә күптәр беҙҙең сәнәғәт, инвестиция потенциалыбыҙ хаҡында белә. Сит ил партнерҙары беҙҙең менән эшләргә теләй. Бер нисә компания, атап әйткәндә, Беларусь, менән бик етди бәйләнеш ҡоролдо, - тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтенә 2023 йылда Өфөлә үтәсәк X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумына әҙерләнә башларға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас