

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Хөкүмәттә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Кәңәшмәлә район, ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтары, шулай уҡ ошо тармаҡты үҫтереү өсөн яуаплы ведомство етәкселәре ҡатнашты.
– Юл буйы сервисын үҫтереү – бөгөн көнүҙәк тема, шуға күрә бында әүҙемлекте кәметергә ярамай. Йыл аҙағына тиклем республикала 81 юл буйы объектын яңыртыу планлаштырыла. Әле 83 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Инвестиция күләме – 10 миллиард һумдан ашыу. “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәләрендә юл буйы сервисы объекттарын төҙөүгә ҡағылған 62 проект хупланды, – тине Андрей Назаров.
Уның әйтеүенсә, эске туризмдың әүҙем үҫеүенә бәйле автосәйәхәтселәр һаны ла арта, шуға күрә юл буйы сервисы ҙур әһәмиәткә эйә.
– Беҙ ерҙе сауҙалашыуһыҙ бүлеү мөмкинлеген күҙ уңында тотҡан ҙур республика программаһын ғәмәлгә индерҙек. Юл буйы сервисы өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарҙарға инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөлөшөнә 30 миллион һумға тиклем субсидия бирәбеҙ. Башҡортостан биләмәһендә юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһына ярашлы, 2024 йылға тиклем мең объектты сафҡа индереү, тағы ла меңен яңыртыу күҙаллана, – тип белдерҙе Премьер-министр.
Кәңәшмәлә Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Азат Асҡаров 2022 йылдың тәүге яртыһында юл буйы сервисы объекттарын сафҡа индереү, яңыртыу күрһәткестәренә өлгәшеү буйынса эш һөҙөмтәһе тураһында һөйләне.
Күптән түгел Өфө һәм Туймазы райондарында – дүртәр, Ауырғазы, Бөрө, Бүздәк, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла райондарында, Өфө ҡалаһында икешәр объект барлыҡҡа килгән, 14 районда берәр объект файҙаланыуға тапшырылған, 26 муниципалитетта 49 юл буйы сервисы объекты яңыртылған. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә 27 проект индерелгән.
Фекер алышыу аҙағында Премьер-министр муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтарына эшҡыуарҙар менән эште әүҙемләштерергә, юл буйы сервисын үҫтереү күрһәткестәренә өлгәшеүҙе тәьмин итергә, биләмәләрендә ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡаралған район, ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтарына, яңы объекттарҙы урынлаштырыу өсөн участкаларҙы билдәләргә ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press