

12 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктә газ үткәреү һәм социаль газ үткәреп бөтөү программаларына яҡынса йомғаҡ яһалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостан һәм “Газпром” республиканы газ менән тәьмин итеүҙе, газ үткәреп еткереүҙе үҫтереү программаһын раҫланы. Уның хаҡы – 13,5 миллиард һум, ул 2025 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсе газ үткәргестәрен төҙөүҙе, газ бүлеү станцияларын модернизациялауҙы, реконструкциялауҙы күҙ уңында тота.
Бынан тыш, 2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин йорт биләмәләре сигенә бушлай газ үткәреүҙе – социаль газ үткәреп етеүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Газ үткәргесен ер участкалары сигенә еткереү өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы.
“Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләүенсә, актуаль мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 64 мең йортҡа газ үткәреү потенциалы баһалана.
– Беҙ газ үткәреп бөтөүгә 25 меңдән ашыу ғариза ҡабул иттек, – тине Альберт Лоҡманов. – Күбеһе Өфөнән, Өфө, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан килгән. Оператор белгестәре 23 мең килешеү төҙөгән. Газ үткәргестәр 7,7 мең ер участкаһына еткергән, 5,6 мең йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырған. Заказдарҙы Берҙәм газ үткәреү операторы интернет-порталында, газ бүлеү ойошмаһы сайтында шәхси кабинетта, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, клиент үҙәктәрендә йәки күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисында бирергә мөмкин.
Республикала газ үткәреп еткереү программаһы буйынса бөтәһе 3,1 мең километр оҙонлоҡта 1 280 газ бүлеү селтәре объектын төҙөү һәм 32 мең йортҡа газ еткереү күҙаллана.
– Йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыуға республиканан бирелгән 75 һәм 100 мең һумлыҡ газ үткәреү сертификаттары ныҡ ярҙам итте. Бөтәһе 6 793 сертификат ҡабул иттек, уларҙың 5 798-е буйынса эштәрҙе тамамланыҡ та инде, – тип өҫтәне Альберт Лоҡманов.
Башҡортостан Башлығы төбәктә газ үткәреү программаларын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Күрһәтелгән бурыстарҙы үтәү йәһәтенән беҙ яҡшы темп менән барабыҙ. Өҫтәүенә халыҡ менән аңлатыу эштәрен дауам итергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Газ үткәреү – Рәсәй Президенты Владимир Путин башлап ебәргән ҙур проект. Һәм бында потенциалыбыҙҙы тулыһынса тормошҡа ашырыу мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.